«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡара көртмәле (черника)



08.08.2017 Ҡара көртмәле (черника)

Ҡара көртмәле (черника)Медицинала ҡара көртмәленең һабаҡтары менән емештәре ҡулланыла. Улар В, А, РР, С витаминдарына, бета-каротин, калий, фосфор, марганец, баҡыр, кальций һәм магний кеүек минераль матдәләргә, органик кислоталар­ға бай. Көртмәле япраҡтарында бөйөр сирҙәренә ҡаршы ҡулланыл­ған арбутин тип аталған матдә лә бар. Көртмәле айырыуса күҙҙәре насар күргәндәргә файҙалы, ул күҙ алмаһындағы ҡан әйләнешен яҡшырта. Ревматизм, подагра менән сирләгәндәргә организмдан артыҡ тоҙҙо, токсин­дар­ҙы сығарырға булышлыҡ итә. Ҡанды шыйығайта, эсте йомшарта. Диабет менән ауырығандарға ҡандағы шәкәр кимәлен көйләргә булышлыҡ итә.
Сикләнгән күләмдә бала имеҙгән ҡатындар өсөн дә файҙалы. Үҙегеҙ ҙә, сабыйығыҙ ҙа витаминдар аласаҡ. Был үҫемлектең емештәре аш эшкәртеү системаһы ағзаларының эшмәкәрлеген дә көйләй. Бөйөрҙә таш булғанда, геморрой күҙәтелгәндә ошо үләндең төнәтмәһен эсергә кәңәш ителә. Аяҡ-ҡулдарҙа экзема булғанда ла уны һөртөргә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға