«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡауаҡҡа ҡаршы



01.08.2017 Ҡауаҡҡа ҡаршы

Ҡауаҡҡа ҡаршы
- 1,5 стакан кефирға шул уҡ күләмдә араҡы һәм бер сей йомортҡа ҡушып бутағыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы көн аша баш тиреһенә һөртөгөҙ.
- Бер-ике йо­мортҡаны күбек барлыҡҡа килгәнсе туҡығыҙ һәм шуның менән башығыҙҙы йыуығыҙ. Һуңынан бал һөртөп, бер сәғәт тотоғоҙ. Аҙағынан сәсегеҙҙе һабын ҡулланмай ғына йылы һыу менән йыуығыҙ.
- Зәйтүн майын бер аҙ йылытығыҙ ҙа һыуынмаҫ борон мамыҡ менән башығыҙға һөртөгөҙ. Бер аҙ массаж эшләп алғандан һуң, сәсегеҙҙе целлофан менән ҡаплап ҡуйығыҙ. 20 минуттан һуң ғәҙәттәгесә йыуығыҙ.
- 100 г ваҡ ҡына итеп туралған кесерткән япрағына 1,5 стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт бешерергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һөҙөп алып, 10 көн буйы башығыҙҙы шуның менән йыуығыҙ.
- 25 мл кастор майына 12 тамсы эвкалипт майы ҡушып, сәсегеҙгә һөртөгөҙ. 20 минут тотҡандан һуң йыуырға мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға