«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тештәрҙе шығырлатыуҙы бөтөрөп буламы?



09.07.2017 Тештәрҙе шығырлатыуҙы бөтөрөп буламы?

Тештәрҙе шығырлатыуҙы бөтөрөп буламы?Йоҡлағанда улым ныҡ итеп тешен шығырлата. Ул нимәнән шулай була икән? Берәй төрлө дауалау ысулы бармы?
Зәйтүнә.

Нервы системаһы ныҡ итеп ҡуҙғығанда күп кешенең аңһыҙ рәүештә йөҙ мускулдары көсөргәнеүе ихтимал. Был иһә ҡайһы бер саҡта төндә теш шығырлатыуға килтерә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ололарҙың 80 проценты тиерлек ошо ғәҙәттән интегә. Был тештәр өсөн дә насар, улар ҡаҡшай, эмале бөтә, ә ҡуйылғандарының хатта һынып сығыуы мөмкин.
Тештәрҙе шығырлатыуҙан ҡотолоу өсөн махсус күнегеүҙәр бар.
1. Ауыҙҙы мөмкин тиклем ҙур итеп асырға ла 3 – 4 минут япмай торорға.
2. Ауыҙҙы ҙур итеп асып, аҫҡы яңаҡты уңға-һулға хәрәкәт иттерергә. Күнегеүҙе 5 тапҡыр ҡабатларға.
3. Ауыҙҙы ҡымтып ябырға һәм ҡапыл аҫҡы яңаҡты “төшөрөргә”. 5 тапҡыр ҡабатларға.
4. Ныҡ итеп күҙҙе йоморға һәм унға тиклем һанағанда биттең мускулдарын көсөргәндерергә. Шунан күҙҙе мөмкин тиклем ҙур итеп асып, биттең мускулдарын йомшартырға.
5. Башты әкренләп кенә тәүҙә – сәғәт ыңғайына, һуңынан кирегә табан әйләндерергә. Был күнегеү муйын һәм елкә мускулдарын йомшартырға ярҙам итә.
6. Башты тура тотҡан килеш тәүҙә – уң, һуңынан һул яурын аша ҡарарға. Яй ғына итеп күнегеүҙе ун тапҡыр ҡабатларға, һуңынан уны шәберәк тиҙлектә эшләргә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға