17.07.2017 Гормондар хәүефлеме?
Быуындарым ныҡ ауырта, диагноз – ревматоид полиартрит. Гормональ дарыуҙар тәғәйенләнеләр, әммә уларҙы эсергә ҡурҡам, зыянлы тип ишеткәйнем. Нимә эшләргә икән? Ысынлап та, хәүефләнергә урын бармы? Гормондар менән дауаланыуҙың зыяны күпме?
Хәтирә.
Гормондар – эске секреция биҙҙәре тарафынан бүленеп сыҡҡан биологик актив матдәләр. Улар – тотош организмда матдәләр алмашыныуын көйләүсе мөһим элемент. Ҡалҡан, ашҡаҙан аҫты, бөйөр өҫтө, енес һәм башҡа эске секреция биҙҙәре һәр береһе үҙенең гормондар тупланмаһын бүлеп сығара. Табиптар, улар етерлек кимәлдә бүленеп сыҡмағанда, гормондар менән дауалау курсы тәғәйенләй. Мәҫәлән, диабет булғанда инсулин тәғәйенләнә.
Әммә гормональ терапияның ниндәйҙер кире эҙемтәләргә килтереү ихтималлығына килгәндә, һүҙ икенсе гормондар хаҡында бара. Пациенттарҙа ҙур хәүефләнеү уятҡаны – бөйөр өҫтө биҙҙәре тарафынан бүлеп сығарылған глюкокортикостероид гормондар. Уның менән дауалауҙың ыңғай һәм кире яҡтары бар. Уны, ғәҙәттә, полиартрит, бронхиаль астманы, экземаны һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланалар. Етди аутоиммун ауырыуҙарҙы дауалағанда бик яҡшы ыңғай һөҙөмтә бирә. Аллергик сирҙәр менән интегеүсе пациенттар әлеге гормондар ярҙамында һау-сәләмәт тормош алып барырға һәләтле. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы бер кешеләргә был гормондарһыҙ йәшәү мөмкин түгел.
Дөрөҫ, уларҙы ҙур күләмдә ҡулланыу ҡайһы бер осраҡта төрлө кире эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Мәҫәлән, май алмашыныу процесы боҙолоуы һөҙөмтәһендә кеше артыҡ кәүҙә ауырлығы йыя. Шулай уҡ был гормондарҙы ҡулланғанда ашҡаҙан-эсәк трактында эрозиялар, сей яралар барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шулай уҡ ҡанда шәкәр кимәле артыуға булышлыҡ итеү хәүефе лә янай. Кемдәрҙәлер ҡан баҫымы күтәрелә.
Шуға күрә гормондар менән дауаланыу курсы үткәндән һуң анализдар тапшырып, тикшерелеп тороу мөһим.