«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тамаҡ ауыртҡанда



04.08.2017 Тамаҡ ауыртҡанда

Тамаҡ ауыртҡанда- Тамаҡты көн дауамында һәр сәғәт һайын 30 процентлы лимон кислотаһы иретмәһе менән сайҡатырға.
- Лимон һуты менән балды бер үк күләмдә алып, бергә ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашма менән тамаҡты сайҡатырға. Ҡабығынан әрселгән 2 – 3 лимон киҫәген һура-һура ауыҙҙа тоторға. Про­це­дураны һәр сәғәт һайын ҡабатларға.
- Тамаҡты лимон һуты менән һөртөп торор­ға. Бының өсөн таяҡҡа уралған мамыҡ тампон ҡулланырға мөмкин. Һуңынан муйынды йылытыу өсөн компресс ҡуйырға.
- Көнөнә 3 – 4 тапҡыр балғалаҡлап башлы һуған һуты эсергә.
- Бер үк күләмдә ҡырғыстан үткәрелгән алма менән башлы һуғанға бал ҡушып бутар­ға һәм килеп сыҡҡан ҡатнашманы көнөнә 2 – 3 тапҡыр икешәр балғалаҡ ашарға.
- Бер балғалаҡ әнис орлоғона бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Һөҙөп алырға һәм көнөнә 3 – 4 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 1/4 стакан эсергә.
- Яйлап ҡына ҡара торма сәйнәргә.
- Көнөнә 4 – 6 тапҡыр тамаҡты түбәндәге төнәтмәләр менән сайҡатырға.
- Ике өлөш эвкалипт япрағы, аҡсәскә һәм йүкә сәскәһе, бер өлөш етен орлоғон бергә бутарға һәм бер ҡалаҡ ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә.
- Бер өлөш мәтрүшкә һәм йылан тамыры үләне, икешәр өлөш урман мальваһы һәм аҡсәскә алырға. Бер ҡалаҡ ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә.
- Ике өлөш һары мәтрүшкә, тырнаҡ гөлө һәм аҡсәскә, бер өлөш етен орлоғо ҡатнашмаһын бер ҡалаҡ алып, ярты стакан һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға