«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ниндәй аппарат менән дауалайҙар?



22.07.2017 Ниндәй аппарат менән дауалайҙар?

Ниндәй аппарат менән дауалайҙар?“Сәләмәтлек” битен гел ҡарап, күҙәтеп барам. Бигерәк тә “Һорау-яуап” рубрикаһы оҡшай. Үҙемдең дә һеҙгә бер һорауым бар ине: ала (витилиго) ауырыуын берәй аппарат менән дауалап буламы икән?
Морат.
Баймаҡ районы.

Был ауырыуҙы дауалауҙың төрлө ысулы бар, әммә уның һәр береһе оҙайлы ваҡыт талап итә һәм теләгән һөҙөмтә бирмәүе лә ихтимал. Тәүге билдәләре күренә башлау менән тап уны дауалау менән шөғөлләнеүсе дерматологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Препараттар һайлауға бик етди ҡарарға кәрәк. Уны тик табип ҡына эшләй ала. Бөгөн был сиргә ҡаршы, дарыуҙар һәм витаминдар­ҙан тыш, әлегә ныҡ билдәле булмаған, әммә бик һөҙөмтәле ысулдар ҙа бар. Уларға лазеротерапия, фотохимиотерапия, ультрафиолет менән нурландырыу, эпидермисты ағартыу, хирургик алым инә. Нигеҙҙә, витаминдар менән дауалау курсы тәғәйенләнә. Витилиго менән ауырыусы составында рибофлавин, тиамин, аскорбин һәм пантотен кислоталары, тимер, баҡыр тоҙҙары булған витамин эсергә тейеш. Шулай уҡ электрофорез ярҙамында дауалауҙың да юғары һөҙөмтә биреүе билдәләнә. Ауырыуҙың тәүге стадияһында лазер терапияһы ла яҡшы ярҙам итә.
Халыҡ медицинаһы иһә был сиргә ҡаршы һары мәтрүшкә һәм ҡара әнис майын тәҡдим итә.
- Һары мәтрүшкә майын алыу өсөн яңы йыйып алынған үҫемлекте ваҡлап турап, таҙа банкаға һалырға һәм өҫтөнә рафинадланған көнбағыш майы ҡойоп, ике-өс аҙнаға ҡояшлы урынға ҡуйып торорға. Шулай уҡ көнбағыш майы урынына һырғанаҡ йәки миндаль майын ҡулланһаң да була. Ваҡыты-ваҡыты менән банканы һелкетеп алырға онотмағыҙ. Был майҙы тиренең зыян күргән өлөштәренә һөртөргә.
- Ҡара әнис майын эсергә лә, тирегә һөртөргә лә ярай. Тирегә һөртөр алдынан тәүҙә уны һеркәгә манылған мамыҡ менән эшкәртергә кәрәк. Майҙы һөрткәндән һуң, ҡояш нуры аҫтында булырға кәңәш ителә. Эсеү өсөн бер балғалаҡ майҙы бер стакан һыуға ҡушып бутайҙар.
- Ҡара борос составында витилигоны бөтөрөргә ярҙам итеүсе матдә – пиперин бар. Сиргә ҡаршы ҡулланыу өсөн боросҡа бер үк күләмдә алынған аш содаһы һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы тиренең төҫһөҙ урындарына һөртөргә. Күпмелер ваҡыттан һуң тире үҙ төҫөнә ҡайтырға тейеш.
- Ҡайын дегете лә ярҙам итә. Уны дарыу­ханала һатып алырға була. Дауалау асылы шунда: бер ай буйы зыян күргән урындарҙы дегет менән майлайһың. Ике аҙна ял иткәндән һуң йәнә дауаланыу курсын дауам итергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға