«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тирләмәҫ өсөн



02.06.2017 Тирләмәҫ өсөн

Тирләмәҫ өсөн- Кискеһен имән ҡайырыһы ҡушып ҡайнатылған һыуҙа сайынырға кәрәк. Ошо һыуға аяҡ-ҡулдарҙы тығып ултырыу ҙа файҙалы.
- Ныҡ тирләгән кешегә эске кейемен көн һайын алмаштырып тороу ҡамасауламаҫ. Хатта ойоҡбаштарҙы көнөнә бер нисә тапҡыр алмаштырыу ҙа зыян итмәҫ.
- Ныҡ тирләгән урындарға, мәҫәлән, ҡултыҡ аҫтына, бор спирты һөртөргә мөмкин.
- Йыуынғандан һуң тәнегеҙҙе яҡшы итеп ҡоротоғоҙ.
- Шулай уҡ үлән төнәтмәләре лә файҙалы. Мәҫәлән, 2 балғалаҡ йылан тамыры менән мелиссаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә һәм 30 минут төнәтеп, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- Бер ҡалаҡ йылан тамыры үләне менән кесерткәнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп бешерергә. Көнөнә яртышар стакандан ике тапҡыр 4 аҙна дауамында эсергә була. Әммә был төнәтмәне тромбоз булғанда, ҡан тамырҙары киңәйгәндә эсергә ярамай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға