«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Пульсты нисек кәметергә?



10.06.2017 Пульсты нисек кәметергә?

Пульсты нисек кәметергә?Яҙ етһә, йөрәк тибеше көсәйеп интегәм. Айырыуса йоҡлағанда ҡан баҫымы төшә лә, пульс арта, 100, 110, хатта 130-ға барып етә. Табипҡа мөрәжәғәт иткәнем бар, йәш кенә ҡыҙ ине, конкор эсергә ҡушты. Уны эскәйнем, килешмәне. Пульс ҡапыл ныҡ төшөп, йөрәгем ауырта башланы. Өҫтәүенә, ҡан баҫымын да төшөрә. Ул былай ҙа түбән. Пульсты кәметеү өсөн ниндәй дарыу эсергә ярай?
Фәғилә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Һеҙгә тәжрибәле табипҡа күренеп, тейешле дауалау курсы үтергә кәрәк. Йөрәк тибешенең йышайыуы төрлө сәбәптәрҙән булыуы мөмкин. Сәбәбен асыҡлау өсөн йөрәгегеҙҙе тыңлатып, ЭКГ үтегеҙ. Дауалау тәғәйенләгәндә һәр кемдең башҡа ауырыуҙары ла иҫәпкә алынырға тейеш, сөнки дарыу килешмәүе лә бар. Артыҡ кире эҙемтәһе булмаған дарыуҙарҙан панангин, аспаркам йөрәк тибешен көйләргә ярҙам итә. Энәлек төнәтмәһе, валокордин да файҙалы. Төнгөлөккә арыҫлан ҡойроғо (пустырник) төнәтмәһен һыуға бер нисә тамсы тамыҙып эсегеҙ. Ә конкор, эгилок, анаприлин, верапамил кеүек препараттар һеҙгә ярамай, сөнки улар ҡан баҫымын төшөрә. Өҫтәүенә, уларҙы даими рәүештә эсергә кәрәк, ҡапыл туҡтатырға ла ярамай. Ғөмүмән, ундай препараттар менән бик һаҡ булығыҙ, тик табип ҡушыуы һәм уның күҙәтеүе аҫтында ғына ҡулланығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға