«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Гранат күп ауырыуға дауа



21.05.2017 Гранат күп ауырыуға дауа

Гранат күп ауырыуға дауаГранатты емешкә һанамаусылар һәм артыҡ яратып бармаусылар ныҡ яңылыша. Был файҙалы емеште көндәлек рационға индермәһәк тә, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла ашағанда, бик күп ауырыуға дауа булыр ине.
Түбәндә уның сәләмәтлек өсөн файҙалы үҙенсәлектәре менән ныҡлабыраҡ таныштырабыҙ.

1. Гемоглобинды күтәрә. Анемиянан иң яҡшы сара ул гранат. Ҡан аҙлылыҡтан ике ай буйы көнөнә өс тапҡыр 0,5 стакан гранат һуты (һыу менән ҡушылған) эсергә ҡушалар.
2. Ҡан баҫымын төшөрә. Гранат төштәре гипертониктарҙың ҡан баҫымын әкренләп төшөрә. Ә емешенең ярыларын киптереп, сәйгә һалып эскәндә нервы системаһын тыныс­ландыра, шомланыу, хафаланыу той­ғоһон баҫа, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә.
3. Гормондарҙың әүҙемлеген күтәрә. Емештең төштәрендә организмдағы гормондар балансын тергеҙеүсе майҙар бар. Шуға күрә гранат төшөн ашарға кәрәк, айырыуса климакс ваҡытында һәм кемдәрҙең күреме ауыр килә.
4. Тамаҡты һәм ауыҙ ҡыуышлығын дезинфекциялай. Гранат ҡабығын һыуға һалып ҡайнатып, шуның менән ангина һәм фарингитты дауалағанда – тамаҡты, гингивит менән стоматит булғанда ауыҙҙы сайҡатырға мөмкин.
5. Инсулинды алмаштыра. Гранат емеше – диабетиктарға ашарға яраған һәм файҙалы булған тәмлекәстәрҙең береһе. Көнөнә дүрт тапҡыр 60 тамсы гранат һуты эскәндә, 3-сө көнгә ҡандағы шәкәр кимәле һиҙелерлек кәмейәсәк.
6. Радиацияны сығара. Гранат һуты юғары радиация булған зонала йәшәүсе кешеләр өсөн бик тә файҙалы.
7. Тирене дауалай. Тирегеҙ ныҡ майлы булһа, һытҡылар, эренле сабыртмалар сығып йонсот­һа, еңелсә ҡыҙҙырылған һәм ваҡланған гранат ҡабығына аҡ май йәиһә зәйтүн майы ҡушып битлек әҙерләгеҙ. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк һәм аҙнаһына ике тапҡыр тирегә һөртөргә. Ә киптерелгән гранат ҡабығы оно янған, ярылған һәм һыҙырылған урындарҙы дауалау өсөн ҡулланыла.
8. Селәүсендәрҙе ҡыуа. Гранат ҡабығы пельтьерин, изопельтерин һәм метилизопельтерин кеүек алколоидтарға бай. Ә улар организмдан селәүсендәрҙе ҡыуыу һәләтенә эйә. Бының өсөн 40 – 50 г ваҡланған ҡабыҡты 400 мл һалҡын һыуҙа 6 сәғәт төнәтергә, һуңынан талғын утта һыуҙың яртыһы ҡалғансы ҡайнатырға. Ҡалғанын һөҙөп алып, бер сәғәт буйы әҙ-әҙләп кенә эсергә. Бер сәғәттән һуң эсте йомшартыу­сы дарыу эсергә, ә 4 – 5 сәғәттән һуң клизма эшләргә кәрәк.
9. Диареяны туҡтата. Гранаттың емеше менән ҡабығын эс китеүгә, эс ауыртыуға, энтероколитҡа ҡаршы ла ҡулланалар. Бының өсөн емештең ҡабығын киптереп, ваҡ ҡына итеп онтарға һәм ололарға ашағандан һуң өс семтем ҡабырға кәрәк. Ә балаларға яңы һығылған һутын яртылаш һыу менән шыйыҡлатып бирергә ярай.
10. Елһенеүҙе баҫа. Бөйөр, бауыр, ҡолаҡ, күҙ, быуындар һәм гинекология ағзалары елһенеп ауырығанда гранат ҡабығы төнәтмәһе ярҙам итә. Уны әҙерләү өсөн 2 балғалаҡ ҡабыҡ онтағына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, һыулы һауытҡа ултыртып, 30 минут ҡайнатырға кәрәк. Һуңынан һөҙөп алып, тәүге күләменә еткәнсе ҡайнаған һыу ҡушырға һәм көнөнә ике-өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 50-шәр грамм эсергә кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға