18.05.2017 Биткә һытҡы сыҡҡанда
- Дегәнәк тамыры төнәтмәһе эсергә кәрәк. Уны әҙерләү өсөн 1 стакан тамырға 500 мл һыу ҡойоп, талғын утта 10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң көнөнә 50 – 70 мл эсергә мөмкин.
- Көнөнә өс тапҡыр бер ҡалаҡ баланды һөйәктәре менән бергә ашарға кәңәш ителә. Әҙерәк кенә бал да ҡушырға ярай.
- Иртәнге аш алдынан ике балғалаҡ һыра әсеткеһе ашарға мөмкин.
- Көнөнә бер-ике тапҡыр битте яңы һығылған петрушка йәиһә юл япрағы һуты менән һөртөргә.
- Даими рәүештә биткә бөтнөк төнәтмәһе һөртөргә була (500 миллилитрға 100 г үлән).
- Үҫмерҙәрҙең бите боҙолғанда ҡабаҡ орлоғо ашарға кәңәш ителә.
- Ҡыҙыл һытҡылар баҫҡанда 2 ҡалаҡ дегәнәк тамыры, бер ҡалаҡ глицерин, бер балғалаҡ лимон һуты һәм бер йомортҡа ағы ҡушып бутарға ла төнгөлөккә биткә һыларға.