21.04.2017 Һүнмәһен тиһәгеҙ күҙегеҙ нуры, иғтибарлы булығыҙ
йәки Ни өсөн 40-ты уҙған һәр кешегә йылына ике тапҡыр окулисҡа күренеп торорға кәрәк?
Республикабыҙҙа үҙенең эшенә яуаплы ҡарашы, һөнәренә тоғролоғо, пациенттарына мөнәсәбәте менән халыҡтың ихтирамын, һөйөүен, ышанысын яулаған тәжрибәле табиптар күп. Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, республикабыҙҙың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, юғары категориялы күҙ хирургы, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының стационарҙы алмаштырыусы технологиялар бүлеге мөдире Рәшит Шәкирйән улы ИШБУЛАТОВ тап шундай табиптарҙың береһе. Уның иҫәбендә – тиҫтәләгән операция, уйлап табыу, ваҡытында тейешле медицина ярҙамы алып һауыҡҡан пациент. Хеҙмәттәштәре араһында “Атҡаҙанған уйлап табыусы” исеменә лайыҡ булған берҙән-бер табип. Тап ошондай алдынғы ҡарашлы табиптар республика медицинаһын күтәрә. Уларға эләккәндә, үҙеңде ышаныслы ҡулдарҙа итеп тояһың.
– Рәшит Шәкирйән улы, үҙегеҙ етәкләгән бүлектең эше менән таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Көндөҙгө стационарға килеүсе кеше, ғәҙәттә, иртән уколдар, системалар алып, дауаланып ҡайтып китә. Ә беҙ тик операция эшләйбеҙ. Көнөндә документтар тултырылып, шул көндә үк операция эшләнә. Аҙағынан 4 көн дауаланыу курсы үтәләр. Шунда уҡ пациенттарға үҙҙәрен нисек ҡарарға, ниндәй дарыуҙар ҡулланырға өйрәтәбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең бүлектә бөтә операциялар ҙа бушлай. Көнөнә 25 – 30 операция эшләнгән саҡтар була. Кесе йома һәм йомала тыуғандан алып күҙ йәштәре аҡҡан балаларҙы ғына ҡабул итәбеҙ. Беҙҙә медицина фәндәре кандидаты Айгөл Фәрхетдинова, юғары категориялы күҙ хирургы Нурия Чернова, шулай уҡ юғары категориялы өлкән шәфҡәт туташы Гөлшат Артемьева кеүек үҙ эшен яратҡан, тәжрибәле, оҫта белгестәр эшләй.
– Ниндәй операциялар эшләйһегеҙ?
– Күҙ ҡабағында, күҙҙең мөгөҙ ҡатламында, лайлалы ҡатламында яңы барлыҡҡа килгән төрлө шешкә операция яһайбыҙ. Күҙ ҡабағы кешегә ҡарарға ирек бирмәй, һалынып төшкән осраҡта ла (блефароптоз) операция ҡаралған. Күп балалы ғаиләнән булған һәм инвалид балаларҙы күрәғарашлыҡтан, ҡылыйлыҡтан дауалайбыҙ.
– Ниндәй күҙ ауырыуҙары йыш күҙәтелә?
– Халыҡта, күҙгә ит үрә, тиҙәр, ә фәнни телдә ул “птеригиум” тип атала. Уны өсөнсө күҙ ҡабағы тип аңларға кәрәк. Ғәҙәттә, ул ныҡ яҡтыла, сағыу ҡояш нуры аҫтында эшләгән кешелә була. Организм үҙе үк күҙҙе һаҡларға тырыша һәм ит үрә башлай. Күҙ ҡараһының сигенән үтеп китә икән, кеше күрмәй. Шул ауырыу күп һәм дә шештәр. Һуңғыларына сөйәлдәр ҙә, папилломалар ҙа инә.
– Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа төрлө шеш күбәйеп китте. Бының сәбәбе нимәлә икән?
– Шеш элек тә булған. Иң үкенеслеһе: кешеләр, үтер, тип табипҡа күренмәй йөрөй. Төп кәңәш: шештең ҙурайыуына юл ҡуймаһындар ине. Ул ҙур булған һайын ҙур итеп ҡырҡырға ла кәрәк, урыны ла ҙур ҡала, йөйҙәре лә була. Ә бәләкәйен ҡырҡыуы күпкә еңел. Уларҙы лазер менән дә алырға мөмкин.
– Операцияларҙың ниндәй ысулы йышыраҡ ҡулланыла?
– Ауырыуына ҡарап, төрлө ысул ҡулланабыҙ. Халыҡта, лазер менән операция эшләтеүе еңел, тигән хата фекер нығынған. Лазер бик юғары температура бирә. Мәҫәлән, күҙ йәше юлдары тығылғанда операция лазер ярҙамында эшләнә. Нур менән кешенең йомшаҡ туҡымалары аша үтеп, һөйәкте тишеп сығырға тура килә. Кешенең танауынан, ауыҙынан көйөк еҫе, төтөн бөркөлә. Пациент өсөн дә, беҙҙең өсөн дә бик ауыр, ҡатмарлы операция. Һөҙөмтәлә лазер менән операция эшләткәндәр ҡабат был хаҡта ишетергә лә теләмәй.
– Күрәғарау, күрәшлектән (близорукость) операция эшләтеү кәрәкме?
– Һәр операцияның кәрәк ваҡыты, кәрәкмәгән сағы була. Әйтәйек, күҙе насар күргән (минус “4”-тән юғары икән) йәш кешегә мөмкин. Ғөмүмән, бындай операция 18-ҙән 40 йәшкә тиклем генә ҡаралған.
– Күрәшлек көслө булмағанда күҙлек кейергәме? Юғиһә йәштәр күреү һәләте минус 1 булһа ла линза кейә башлай…
– Бәләкәй минуста гел генә күҙлек кейергә кәрәкмәй, уға күнегеү барлыҡҡа килә. Уҡыусыларға мәктәптә таҡтаға, телевизор ҡарағанда һ.б. ваҡытта ғына күҙлек ҡулланырға мөмкин. Ошо уҡ осраҡта линза ла кейергә кәңәш итмәҫ инем. Берҙән, мәшәҡәтле, икенсенән, матди яғы, өсөнсөнән, бысраҡ ҡулдар менән кейеп, конъюнктивит башланып китеүе ихтимал.
Ә бына үтәғарашлыҡ (дальнозоркость) булғанда, мотлаҡ күҙлек алырға кәңәш итәбеҙ. Юғиһә күптәр гәзитте ярты метр алыҫҡа ҡуйып уҡыһа уҡый, күҙлек кейергә ашыҡмай. Кемдер, ҡояш яҡтыһында һәйбәт күрәм бит, тип үҙен тынысландыра. Күҙлекте табиптан рецепт яҙҙыртып, оптика салонынан ғына алырға кәрәк. Йыш ҡына, тишекле ҡара күҙлектең файҙаһы бармы, тип һорайҙар. Файҙаһы булһа, урам тулы кеше шуны кейеп йөрөр ине. Шулай түгелме?!
– Ниндәй күҙ ауырыуҙарынан һуҡыр ҡалыу хәүефе көслө?
– Ваҡытында дауаламағанда һәр ауырыу ҙа хәүефле. Мәҫәлән, кератит, йәғни конъюнктивитты дауаламаһаң, мөгөҙ ҡатламына күсә. Һөҙөмтәлә күҙгә аҡ һала. Ҡараһыу (глаукома) күҙ баҫымы юғары булыуы менән билдәләнә, дауаламағанда мотлаҡ һуҡырлыҡҡа килтерә. Элекке заманда һәр ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктында 40 йәштән уҙғандарҙың ҡан баҫымын үлсәгәндә күҙ баҫымын да үлсәп, кәрәк булһа, дарыу тәғәйенләнеләр. Медицина шул тиклем алға киткән хәҙерге заманда, үкенескә күрә, ҡараһыуҙан һуҡырайыу осраҡтары донъяла беренсе урында тора. Ә күҙ баҫымының күтәрелеүе күҙ нервыһын үлтерә. Эш быға килеп етһә, бер генә операция ла ярҙам итмәй. Шуға күрә йылына ике тапҡыр күҙ баҫымын үлсәтеп тороу мөһим. Диагноз ҡуйылғас, табип яҙып биргән дарыуҙы көн һайын күҙгә тамыҙырға кәрәк буласаҡ. Тейеш тип табылһа, операция эшләнә, әммә был осраҡта ла күҙ дарыуын ҡулланыуҙы туҡтатмаҫҡа кәрәк.
– Ҡара ҡылау нимәнән була?
– Күҙ яҫмығына тыуғандан алып күп көс төшә. Ҡояшҡа ҡарайбыҙ. Ныҡ ҡояшлы көндә лә ҡара күҙлек кеймәйбеҙ. Сағыу нурҙар күҙгә зарарлы. Ололар, һуҡырлыҡ теләп, ҡара күҙлек кеймәгеҙ, тип әрләй торғайны. Был дөрөҫ түгел, күҙлек кейергә кәрәк. Тик уны яҡшы оптика салондарынан һатып алыу зарур, урамдан түгел. Рулдә йөрөгәндә төндә ҡаршыға фарҙар яҡтырта, был да күҙҙәр өсөн насар. Иретеп-йәбештереү эштәре лә кире йоғонто яһай. Күҙ яҫмығы ошондай көсөргәнештән ағара, ҡартая башлай. Был сир күберәк 60-ты уҙған ололарҙа күҙәтелә торғайны, хәҙер урта йәштәгеләрҙә лә бар. Шуныһы һөйөнөслө, элек операцияларҙың 80 проценты күҙҙең мөгөҙ ҡатламын ҡырҡып эшләнһә, хәҙер ике яҡтан да 1,5 миллиметрлыҡ тишек тишеп кенә катаракта алына һәм яһалма күҙ яҫмығы (хрусталик) ҡуйыла. Бер ниндәй киҫем дә, ҡан да юҡ.
– Кешенең күҙенә ҡарап, ниндәй ауырыу менән сирләүен белеп була, тиҙәр…
– Иридодиагностика – офтальмологияла айырым йүнәлеш. Күҙҙәге үҙгәрештәргә ҡарап кешенең ниндәй ағзаһы сирләүен билдәләйҙәр. Әммә уға бик ышанып етмәйем, минеңсә, офтальмолог, күҙ ауырыуҙарынан тыш, башҡа сирҙәрҙе дөрөҫ кенә билдәләй алмай. Ә бына күҙ төбөндәге үҙгәрештәргә ҡарап, ҡан баҫымы күтәрелеүен, шәкәр, бөйөр ауырыуҙарын күҙалларға мөмкин. Шуға күрә лә невропатологтар, терапевтар йыш ҡына пациенттарын окулисҡа консультацияға ебәрә.
– Күҙ табибы булыу теләге һеҙҙә ҡасан тыуҙы?
– Әбйәлил районының Шәрип ауылында тыуып үҫтем. Ауыл бәләкәй, юл насар, яҙлы-көҙлө хатта трактор менән дә үтеүе ауыр була торғайны. Иҫемдә: бала саҡта әсәйем менән ныҡ ҡына ауырып киттек, табип юҡ. Күрше Хәмит ауылынан өс айлыҡ ҡына курс бөткән шәфҡәт туташы килеп, температураны үлсәп, ниндәйҙер дарыу биреп киткән була. Бәлки, шул ваҡытта тыуғандыр ул теләк. Ауылда башланғыс синыфты тамамлағас, Хәмит мәктәбендә уҡый башланым. Өлкән синыфтарҙа, ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау килеп тыуғанда, кем булырымды белә инем инде. Бик боронғо һәм көслө уҡыу йорто булған Белорет медицина училищеһын һайланым. Уны тамамлап, Хәмит ауыл советы биләмәһендә махсус белемле тәүге фельдшер булдым.
– Күҙ – кеше организмының иң нескә, иң мөһим органы, тибеҙ. Күҙ табибы булараҡ, уның хаҡында тағы нимә әйтерһегеҙ?
– Күҙ – кеше организмында баш мейеһе менән туранан-тура тоташҡан берҙән-бер орган. Шуға күрә лә йыш ҡына күҙ ауырыуы баш ауыртыуына килтерә. Бик ҡатмарлы орган. Күҙҙең оҙонлоғо 24 мм, һәр миллиметрының үҙ белгесе.
– Райондан һеҙгә нисек килеп эләгергә? Окулист йүнәлтмәһе кәрәкме?
– Эйе, окулист йүнәлтмәһе, паспорт һәм страховка полисы кәрәк. Район дауаханаларында күҙ табибына эләгеүе ауыр, бында ла сират ҙур ғына. Шуға бер хәйлә өйрәтәм: беҙгә килеп, түләүле ҡабул итеүгә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ул ҡыйбат түгел. Тик алда әйтелгән документтарҙы алырға онотмағыҙ. Беҙҙең бүлектә операция эшләнелә торған сирлеләрҙең, шул уҡ көндө булмаһа ла, иртәгәһенә операцияға эләгеүе бар. Ололар өсөн операция көндәре – дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы.
– Ҡайһы осраҡта күҙ табибына күренеү мотлаҡ?
– 40 йәште уҙғандан һуң йылына ике тапҡыр мотлаҡ окулисҡа күренеп тороғоҙ. Шул уҡ күрәшлекте, күҙҙең баҫымын тикшертеп тороу зарур. Ғөмүмән, күҙ ҡыҙарһа, өйкәү барлыҡҡа килһә, яҡтыға ҡарау ауырлашһа, һис шикһеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Күҙҙе нисек һаҡларға?
– Оҙаҡ йылдар балалар күҙ табибы булып эшләү тәжрибәмдән сығып, мине иң борсоуға һалғаны – каникул көндәре, тип раҫлай алам. Балалар был мәлдә күҙ уңынан ысҡына һәм төрлө йәрәхәт ала. Бер генә миҫал: яңылыш ҡына бәрелгән ҡар йомарламы күпме кешене һуҡыр ҡалдыра. Ҡаны ла сыҡмай, бер ниндәй шеш тә булмауы мөмкин, әммә күҙҙең эсенә ҡан һауа. Дауалап-дауалап ҡарайһың, файҙаһы юҡ, һөҙөмтәлә күҙ һуҡырая. Хатта уйынсыҡ пистолет та күҙҙе йәрәхәтләй. Кескәй балаларҙың күҙен әтәс суҡыған осраҡтар йыш күҙәтелә. Бала әтәсте ҡыҙыҡ күреп ҡарай, ә тегенеһе, уны дошманы тип ҡабул итеп, йә суҡый, йә тибә. Бесәй тырнаһа ла күҙ уңалмай. Бына шундай күңелһеҙ осраҡтар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булып тора. Петардалар, салют-фейерверктар ҙа бик хәүефле. Һаҡ булырға кәрәк.
Ололарға килгәндә, бер кемгә лә сер түгел, күптәр һунарға барғанда алкоголь менән дә мауыға. Шул ваҡытта ситтән атылған йәҙрәләр килеп, күҙгә, биткә эләгә. Яңы йылда шампан бөкөләренең күҙгә ҡаҡлығыу осраҡтары ла йыш ҡына күҙәтелә. Унан һуң да күҙҙе ҡотҡарып булмай.
– Гәзит уҡыусыларға тағы ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Телевизорҙан рекламаланған һәр бер дарыуҙы алырға ашыҡмаһындар. Юғиһә кешеләр табип менән кәңәшләшеп тормай, үҙ белдектәре менән дауаланырға тотона. Табиптар бер ҡасан да бер дарыуҙы ла рекламаламай. Улар ниндәй дарыу тейеш, шуны тәғәйенләй генә. “Визин” тигән дарыуҙы, табип ҡушмаһа, күҙгә бөтөнләй һалырға ярамай, глаукомаға килтереүе ихтимал.
Күҙҙәрҙең сәләмәтлегендә гигиена ла төп роль уйнай. Ул яҡтан беҙҙең мосолмандар танауҙы, тамаҡты, күҙҙәрҙе биш тапҡыр сайҡатып, бик дөрөҫ эшләгән. Был тик файҙаға ғына. Мунсанан, душтан һуң ҡыҙарыуын бөтөрөү өсөн мотлаҡ күҙҙе асҡан килеш битте һалҡын һыуҙа тотоп алырға кәрәк.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Махсус битте Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.