«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡарағай



01.03.2017 Ҡарағай

ҠарағайҠарағай бөрөһөндә ыҫмала, С, В12, К, Р витаминдары, рутин, эфир майы, минераль тоҙҙар, микроэлементтар күп. Орлоғонда ашарға яраҡлы май бар. Витаминлы төнәтмәләр әҙерләргә мөмкин. Әммә ҡарағайҙан әҙерләнгән препараттарҙы күп миҡдарҙа ҡулланыу хәүефле һәм ашҡаҙандың елһенеүенә, баш ауыртыуына килтереүе ихтимал.
Ҡарағай сей яра, бронхит, пневмония, үт һәм бөйөр ауырыуҙарынан, ревматизмдан файҙалы. Уның препараттарын ингаляцияла файҙаланалар, шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыу, ҡанды таҙартыу өсөн һәм инфекцияға ҡаршы сара булараҡ ҡулланалар. Ул бик яҡшы антисептик һанала.
Витаминлы төнәтмә әҙерләү өсөн ҡышҡыһын ҡарағайҙың нәҙек кенә ботаҡтарының ылыҫын йыйырға кәрәк. Йыйғандан һуң ул өс ай дауамында үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлай.
Ҡарағай бөрөһөн иртә яҙҙа, бөрөгә тулыша башлағанда ғына йыйырға кәңәш ителә. Сайыры ла яҙ көнө әҙерләнә.
Тын юлдары ауырыу­ҙарынан, цистит һәм бөйөр сирҙәренән ҡарағай бө­рөһөнән әҙерләнгән төнәтмә файҙалы. Бының өсөн 10 г бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, 30 минут ҡайнаталар. Һөҙөп алғандан һуң тәүге кимәлгә еткәнсе ҡайнаған һыу өҫтәй­ҙәр. Көнөнә 3 – 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.
Һалҡын тейеп ауырығанда, тамаҡ ауырт­ҡанда ҡарағай бөрөһөнә бал ҡушып төнәтмә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 100 г бөрөгә 2,5 литр һыу ҡойоп, 0,5 литрға тиклем кәмегәнсе ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң 250 г шәкәр ҡушырға, һыуынғандан һуң 250 г бал өҫтәргә кәрәк. Дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә.
Организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыу өсөн 500 мл һыуға биш ҡалаҡ ваҡланған ҡарағай ылыҫы алына. Шуны талғын утта 10 минут ҡайнатып, 8 – 10 сәғәт йылыла төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне, һөҙөп алғас, көн дауамында әҙ-әҙләп эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға