«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бауырҙа киста. Нимә эшләргә?



28.02.2017 Бауырҙа киста. Нимә эшләргә?

Бауырҙа киста. Нимә эшләргә?Иремдең ҡан анализында билирубины күп булыуы күренде, һуңынан УЗИ үткәндә бауырында киста таптылар. Ул нимәнән барлыҡҡа килә һәм нисек дауаларға мөмкин?

Айһылыу.
Белорет районы.

Кистаны эсендә шыйыҡса булған капсула тип аңларға кәрәк. Бауырҙа уның берәү йәки күп, ысын һәм ялған булыуы мөмкин. Ысын кисталар үт юлында уның тығылыуы арҡаһында (үт ҡыуығында таш булғанда йәиһә үт юлдарының тар булыуы һөҙөмтәһендә) барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ялған кисталар йәрәхәт алыуҙан барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, ныҡ итеп бәрелеүҙән бауыр эсендәге туҡыма йыртыла һәм һөҙөмтәлә шул урында киста үҫешә. Бауырҙың паразиттар (мәҫәлән, эхинококк) менән зарарланыуы ла был патологияға сәбәпсе булыуы мөмкин.
Билдәле ваҡытҡа тиклем киста үҙен һиҙҙермәй һәм осраҡлы рәүештә генә асыҡланыуы мөмкин. Һуңынан, ҙурая башлаһа, күңел болғаныу, кикертеү, уң яҡ ҡабыр­ға аҫтында һыҙлап ауыртыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ауыртыу хәрәкәт иткәндә, физик эш эшләгәндә, шәп итеп атлағанда, эйелеп-бөгөлгәндә көсәйә. Бауыр кистаһы һирәк осрай һәм ул ауыр патология һаналмай. Ауырыу тыныс үтә. Статистика буйынса, кеше ғүмеренең оҙайлығына ла йоғонто яһамай. Бик һирәк, эренләп, ҡан һауыу һәм йыртылыу осраҡтары күҙәтелә. Сәбәбен асыҡлау өсөн иң беренсе сиратта организмда эхинококк булыу-булмауына анализ бирергә кәрәк. Була ҡалһа, паразитологка мөрәжәғәт итергә тура килә. Башҡа осраҡта иһә, ғәҙәттә, бер ниндәй ҙә дауалау ысулдары ҡулланылмай. Өҙлөгөүҙәр булһа ғына кистаны алыу буйынса операция тәҡдим ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға