11.02.2017 Баш ауыртыуҙан – имбирь сәйе
Борон-борондан имбирҙы дауалау маҡсатында ҡулланғандар. Гректар, мәҫәлән, уны төшкө аштан һуң артыҡ ашау тойғоһон баҫыу өсөн файҙаланған. Бынан тыш, имбирь аш эшкәртеүҙе лә яҡшырта. Баш ауыртҡанда ла сәйе ярҙам итә: 2 балғалаҡ имбирь онтағына 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут төнәтергә һәм яйлап ҡына хуш еҫен һулай-һулай эсергә. Был сәйҙе даими эскәндә оҙаҡ бөтмәй йонсотҡан йүтәл үтер, дөйөм хәлегеҙ ҙә яҡшырыр. Ҡатын-ҡыҙҙарға күрем ваҡытында эсергә кәңәш ителә. Ғөмүмән, профилактика маҡсатында имбирь онтағын һәр эсемлеккә, хатта ашҡа ла ҡушырға мөмкин.