«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?



10.02.2017 Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?

Ни өсөн көн дә  алма ашарға кәрәк?- Көнөнә ике генә алма ашау ҙа ҡан системаһын 10 – 25 процентҡа холестерин күҙәнәктәренән таҙартырға ярҙам итә. Шунлыҡтан дөрөҫ туҡланыуға иғтибар итмәүселәргә күберәк алма ашау файҙалы.

- Италия ғалимдары алманың организмдың ҡан системаһына йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә даими рәүештә алма ашау ҡан тамыр­ҙарын рак күҙәнәктәре үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүе асыҡланған.

- Яңы һығылған ал­ма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң эсергә кәңәш ителә. Әйткәндәй, медиктар фекеренсә, таҙа алма һуты ата-әсәһенә йоҡо бирмәй, бер туҡтау­һыҙ илаған баланы тынысландырырға һәләтле.

- Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ.

- Алма майҙы кәметә, тимәк, кемдәр кәүҙә ауырлығын кәметергә теләй, уларға мотлаҡ алма ашарға кәрәк. Өҫтәүенә, май ҡатламының кәмеүе ҡан тамырҙарының торошона һәм сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.

- Алма һыуһынды ҡандыра һәм аппетитты күтәрә. Диетологтар: «Ашағың килһә – алма аша, уны ашағың килмәһә – ашағың килмәй», – тиҙәр. Уларҙың был кәңәшен тотоу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Мәҫәлән, диетала ултырған кеше ашағыһы килгәндә бер алма ашаһа, асығыу тойғоһо үтер, йә булмаһа, бер алманан һуң артыҡ күп ашай алмаҫ.

- Алманы һыуытҡыста түгел, ә кухняла һаҡларға кәрәк. Сөнки кухняла ятҡанда йәшел әсе алма бер нисә көндә өлгөрөп, әселеге бөтөп, татлыраҡ булып ҡалыр.

- Алма ярҙамында тештәге үңәҙҙән (налет) һәм ауыҙҙағы насар еҫтән ҡотолорға мөмкин. Сөнки унда, ауыҙҙағы микроорганизмдар менән реакцияға инеп, уларҙы юҡҡа сығарыусы һәм бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймаусы кислоталар бар.

- Алма тәбиғи антиоксидант булып тора. Көн һайын ашау тиренең һәм сәстең торошона ыңғай йоғонто яһай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға