«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡан баҫымын төшөрөргәме?



08.02.2017 Ҡан баҫымын төшөрөргәме?

Ҡан баҫымын төшөрөргәме?
Ҡан баҫымым юғары, әммә быны һиҙмәйем, үҙемде яҡшы хис итәм. Табип иһә ҡан баҫымын гел генә күҙәтеп, төшөрөп торорға ҡуша. Ниндәйҙер бер гәзиттә, ҡан баҫымын төшөрөргә ярамай, шунан инсульт барлыҡҡа килә, тип уҡығайным. Кемгә ышанырға, нимә эшләргә?
А. ТОЙҒОНОВ.

Ҡан баҫымын мотлаҡ төшөрөргә кәрәк. Ул ҡан тамырҙарының сәләмәтлеген һаҡлап алып ҡалырға, организмды инсульттан һәм инфаркт­тан ҡотҡарырға ярҙам итә. Бында башҡа фекер булыуы мөмкин түгел. Ә бәхәстәргә килгәндә, ул медицина фәне менән шөғөлләнеүсе профессионалдар араһында ғына булыуы ихтимал. Ғөмүмән, 30 йәштән һуң, борсоймо-борсомаймы, ҡан баҫымын даими үлсәп торорға кәрәк. Бының өсөн һәр өйҙә тонометрҙың булыуы шарт. Ҡан баҫымы күтәрелгән осраҡта кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ҡан баҫымы ваҡытҡа, кешенең эмоциональ торошона, эшләүенә йәиһә ял итеүенә ҡарап үҙгәреп тора. Шуға күрә дөрөҫ итеп билдәләү өсөн үлсәр алдынан 10 – 15 минут ял итеп алыр­ға һәм өс минут арауығы менән өс тапҡыр үлсәргә кәңәш ителә. Кемдәрҙең ҡан баҫымы күтәрелеүгә табан бара, уны иртәле-кисле үлсәргә онотмаһындар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға