«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡышҡы йәрәхәтләнеүҙәр



07.02.2017 Ҡышҡы йәрәхәтләнеүҙәр

Ҡышҡы йәрәхәтләнеүҙәрҠышҡыһын, юлдар тайғаҡ булыу сәбәпле, һаҡһыҙлыҡтан тән йәрәхәттәре алыу ихтималлығы бермә-бер арта. Атлап китеп барғанда тайып ҡоланыңмы, саңғыла йөрөгәндә, боҙҙа тимераяҡта шыуғанда, сана менән тауҙан эйеп төшкәндә – ҡыҫҡаһы, көтмәгәндә йығылып тән йәрәхәте алыу аҙым һайын һағалап ҡына тора. Тайып ҡолау айырыуса өлкәндәр өсөн хәүефле, сөнки оло һөйәк мурт, һынып барыусан була. Әлбиттә, бер кемгә лә уны теләмәйбеҙ. Шулай ҙа Хоҙай, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән, үҙебеҙгә ипләп йөрөргә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тоторға өйрәнергә кәрәк.

Ҡышҡыһын йәрәхәтләнеүҙән нисек һаҡланырға?
- Иң тәү сиратта тайғаҡ табанлы аяҡ кейеме кеймәҫкә кәрәк.
- Таяҡҡа йәиһә ҡулсатырға таянып йөрөү ҙә тайып ҡолауҙан һаҡланыуға булышлыҡ итә.
- Ҡышҡы кейем йылы ла, уңайлы ла булырға тейеш. Сөнки тайып киткәндә, ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙы болғап нисек тә ҡоламаҫҡа тырышабыҙ. Бына шул саҡта кейем хәрәкәтте сикләргә тейеш түгел. Тар итәк, салбар, шулай уҡ оҙон ауыр тундар ҙа аяҡ араһында буталып, тигеҙлекте һаҡларға ҡамасаулауы ихтимал.
- Атлап йөрөгәндә алға эйелеберәк, ашыҡмай йөрөргә кәңәш ителә.
- Ҙур, ауыр сумка күтәрмәҫкә тырышыр­ға, сөнки ул аҫҡа тартып, кәүҙәне тигеҙ тотор­ға мөмкинлек бирмәй. Иң уңайлыһы – уны арҡаға аҫып йөрөү.

Дөрөҫ ҡоларға өйрәнәйек
Иң мөһиме, үҙегеҙгә артыҡ зыяны булмаһын өсөн дөрөҫ ҡоларға өйрәнеү. Ҡолай башлағанда мөмкин тиклем мускулдарҙы көсөргәндереп, аяҡ-ҡулдарҙы йыйып, бер яҡ ҡабырғаға ҡоларға тырышығыҙ. Ҡолаған ваҡытта бер ҡасан да ҡулға таянырға ярамай, ҡушҡар һөйәген һындырыу ихтималлығы көсәйә. Артҡа ла ҡоларға тырышмағыҙ, баш менән боҙло ҡарға бәрелеү – бик насар. Иң хәүефлеһе – ҡолаған ваҡытта артҡа ултыра төшөү: ололарға – аяҡты төптән һындырыу, йәштәргә ҡоймос һөйәген йәрәхәтләндереү ҡурҡынысы янай.

Ниндәй ярҙам күрһәтергә?
Тайып ҡолап, бер ерегеҙҙе ауырттырҙығыҙ йәиһә икенсе кешенең ҡолауына шаһит булдығыҙ икән, ябай ғына тәүге ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
- Ауыртҡан урынға бер ус ҡар йәиһә боҙ киҫәге ҡуйығыҙ. Был ҡан әйләнешен яҡшыртып, шешеүҙе кәметергә ярҙам итер.
Шунан һуң ауыртҡан аяҡ-ҡулды тығыҙ итеп бәйләп, бер нисә көн буйы уны ауырттырыу­ҙан һаҡларға кәрәк.
- Ҡолаған ваҡытта тигеҙлекте һаҡларға тырышыу тарамыштарҙың тартылыуына килтереүе бар. Был осраҡта ла тәүге ярҙам шулай уҡ булырға тейеш. Тик ауыртҡан ерҙе бәйләгән ваҡытта, зыян күргән урынды ныҡ ҡыҫмаһын өсөн, бинт артыҡ тығыҙ булмаһын.
- Ҡолағандан һуң мотлаҡ травматологҡа күренергә кәрәк, сөнки ҡайһы бер йәрәхәттәр­ҙең тиҙ генә беленмәүе лә мөмкин. Артыҡ көслө ауыртыу булмаһа ла, ниндәйҙер быуынығыҙ сығып тороуы ихтимал – дөрөҫ диагнозды табип ҡына ҡуя ала.

Аяҡ-ҡул һынғанда, быуын сыҡҡанда…
- Ҡул аҫтындағы әйберҙәр ярҙамында (таҡта, ботаҡ, ҡалын журнал һ.б.) тәндең зыян күргән өлөшөн хәрәкәтһеҙ хәлгә килтереп, йәрәхәтләнеүсене тиҙ арала яҡындағы травматология бүлегенә алып барығыҙ.
- Әгәр ҙә ҡолаған ваҡытта арҡаһы зыян күрһә, умыртҡа һөйәгенең урынынан шылыуына юл ҡуймаҫ өсөн йәрәхәтләнгән кешене ҡапыл күтәрергә ярамай. Тап ошондай осраҡта дөрөҫ күрһәтелмәгән ярҙам ҡолаған ваҡытта күргәндән дә ҙурыраҡ зыян килтерә.
- Ғөмүмән, был осраҡта мөмкин тиклем тиҙерәк “Тиҙ ярҙам” саҡыртып, йәрәхәтләнеүсене профессионалдар ҡулына тапшырыу мөһим. Сөнки операция кәрәк икән, уны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләгәндә һөйәктәрҙең тиҙерәк һәм яҡшыраҡ уңалыуына ышаныс ҙурыраҡ. Өҫтәүенә, табиптар рентген, МРТ, компьютер томографияһы аша ҡарап, һөйәктәрҙең һәм йомшаҡ туҡымаларҙың ни тиклем зыян күреүен асыҡ һәм дөрөҫ билдәләй ала.

Мейе һелкенгәндә…
Ҡолағанда баш менән боҙға төшөү баш мейеһе һелкенеүенә йәиһә баш һөйәге, мейе йәрәхәтләнеүенә килтереүе мөмкин. Аҙ ғына ваҡытҡа аңды юғалтыу һәм күңел болғаныу етди зыян күреүҙең асыҡ билдәләре булып тора. Һеҙҙең янда берәйһе ҡолаһа, мотлаҡ хәлен һорашығыҙ. Әгәр ҙә бер нисә минут буйы баш әйләнеүе үтмәһә, зыян күреүсе үҙен хәлһеҙ тоя икән, “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртығыҙ.
Үҙегеҙ ҡолаған саҡта кинәт кенә торорға ашыҡмағыҙ. Иғтибар менән организмығыҙҙы “тыңлағыҙ”, ауыртыуҙың урынын һәм характерын билдәләргә тырышығыҙ.
Мейе һелкенгәндә уның билдәләре бер нисә сәғәттән һуң ғына ла беленергә мөмкин. Шуға күрә ныҡ итеп баш ауыртҡанда, күңел болғанып, уҡшытҡанда йәиһә тура ғына баҫып атлай алмағанда мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: баш йәрәхәтләнгәндә медицина ярҙамы алыу зарур, юғиһә ул күреү һәләтен юғалтыуға, мигренгә, хатта эпилепсия өйәнәктәренә сәбәпсе булыуы ихтимал.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға