«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үҙәк көйөүҙән арыныу өсөн



30.03.2017 Үҙәк көйөүҙән арыныу өсөн

Үҙәк көйөүҙән  арыныу өсөн- Ярты стакан артыҡ ҡуйы булмаған һөт эсергә мөмкин, бер сәғәткә булһа ла үҙәк көйөүе баҫылыр.
- Сей картуфтың һуты бигерәк тә һөҙөмтәле булыуы ихтимал. Бының өсөн картуфты, ҡабығын таҙартып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм һутын һығып, көнөнә ике тапҡыр яртышар стакан эсергә.
- Бөтнөк үләненең һуты үҙәк көйөү өйәнәген баҫырға ғына түгел, ғөмүмән, уны булдырмаҫҡа ярҙам итә. Үлән сәйенә ҡарағат, балан япрағы ла ҡушырға ярай. Был сәйҙе көнөнә 2 – 3 тапҡыр берәр стакан эсергә кәңәш ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға