«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Осҡолоҡ ҡаңғырта



26.01.2017 Осҡолоҡ ҡаңғырта

Осҡолоҡ  ҡаңғыртаҺигеҙ йәшлек улым йыш ҡына сиҡаҡлай. Бер уйлаһаң, әллә ни ҙур проблема ла түгел, ә шулай ҙа нисек уға осҡолоҡтан ҡотолорға ярҙам итергә мөмкин? Беҙ бала саҡта, берәйһен осҡолоҡ тота башлаһа, уны кинәт ҡурҡытыр кәрәк, ти торғайнылар...

Айгөл Ғарипова.
Хәйбулла районы.

Улығыҙ ҡоролай печенье ашар­ға яратмаймы? Сөнки балалар күпселектә ҡоро аҙыҡты ашағандан һуң сиҡаҡларға тотона. Шулай уҡ аҙыҡты яҡшылап сәйнәмәйенсә шәп-шәп йотҡанда, артығын ашағанда, газландырылған эсемлектәрҙе эсеү менән мауыҡҡанда ла кешене осҡолоҡ тота. Хәйер, осҡолоҡтоң нилектән барлыҡҡа килеүе әлегәсә тулыһынса асыҡланмаған. Нисек башланһа, ул шулай тиҙ генә бөтә лә. Ләкин әгәр ҙә сиҡаҡлау өс сәғәттән ашыу дауам итһә, уға эс ауыртыуы ла ҡушылһа, мотлаҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Сиҡаҡлауҙы туҡтатыуҙың бер нисә ысулы:
- лимон киҫәген һурырға;
- шәрбәтле һыуҙы кескәй йотомдар менән эсергә;
- ауыҙҙы ҙур асып, телде сығарырға ла, бер мәлгә тын алыу­ҙы туҡтатып торорға;
- бер балғалаҡ ҡоро шәкәрҙе йоторға;
- ауыҙҙы асып, телде аҙ ғына алға тартып ҡарарға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға