04.02.2017 Һурҙырырғамы?
Яңыраҡ ҡына аҡыл теше күренде. Ул ҡыйыш үҫеп, уртымды йәрәхәтләй. Бәлки, тора-бара үҙенән-үҙе төҙәйер, тип түҙергәме әллә уны һурҙырырға ла ҡуйырғамы?
Ислам.
Көйөргәҙе районы.
Яңаҡ һөйәгендә урын аҙ булһа, аҡыл тешенең ҡыйыш үҫеүе бар. Шулай уҡ, үҙенә урын табырға маташып, ул башҡаларҙы ситкә этеп, алдағы тештәрҙең ҡыйшайыуына ла килтерә. Шуға ла стоматологтар, аҡыл теше һау булһа ла, уны һурырға кәңәш итә. Һәр хәлдә, һеҙгә теш табибына күренергә кәрәк – тештәрегеҙҙе шәхсән тикшереп, ул дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙамлашасаҡ. Ә инде ул теш һеҙгә артыҡ проблема тыуҙыра икән, нишләп түҙеп йөрөргә ти?