«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Баш ауыртыуынан арыныуға – ун аҙым



23.01.2017 Баш ауыртыуынан арыныуға – ун аҙым

Баш ауыртыуынан  арыныуға – ун аҙым1. Иң тәүҙә баш кейемен сисергә кәрәк. Башты бер нимә лә ҡыҫырға тейеш түгел.
2. Бер стакан йылы һыу эсергә (һыу эҫе лә, һыуыҡ та булмаҫҡа тейеш!) Йылы һыу ҡанды шыйығайтып, ҡан тамырҙарының киҫкен ҡыҫылыуынан ҡотҡарасаҡ.
3. Һыу эскәс тә, башығыҙға шарф һалып (ул башты ҡаштан алып елкәгәсә япһа – бик яҡшы), күҙҙәрҙе йомоп, тыныслыҡта ятып тороғоҙ.
4. Баш ауыртыуын бармаҡтарға массаж эшләп тә бөтөрөп була. Массажды баш бармаҡтан башлап, сәтәкәйгә ҡәҙәр эшләргә. Айырыуса бармаҡ остарын яҡшыраҡ ыуалағыҙ.
5. Шулай уҡ сикәләрҙе, танау билен, күҙҙең ситен бармаҡ осо менән берәр минутлап ыуалау ҙа баш ауыртыуын бөтөрә.
6. Киҫкен баш ауыртыуынан ышаныслы дауалар­ҙың береһе – лимон. Лимондың йомшағын тиреһенән айырып, дымлы яғы менән ике сикәгә лә баҫып торорға (2 – 3 минут). Тире бер аҙ ҡыҙарһа, балалар кремы йәки вазелин һөртөргә.
7. Үрҙә аталған саралар ярҙам итмәһә, сикәләргә «Алтын йондоҙ» бәлзәмен йәки иҙелгән һарымһаҡты һөртөгөҙ (һаҡ булығыҙ – күҙегеҙгә тейҙермәгеҙ!)
8. Кәбеҫтә япрағын да эске яғы менән сикәгә, түбәгә һалыу килешә.
9. Сөгөлдөр һутында сылатылған мамыҡты ҡолаҡтарға терәп тороу ҙа баш ауыртыуынан ярҙам итә.
10. Үрҙәге ысулдар ярҙам итмәһә, бер үк миҡдарҙа алынған һыу һәм алма һеркәһенән ингаляция яһағыҙ. Дауалы парҙы биш минут еҫкәргә ҡушалар, әммә баштың ауыртыуы ике-өс минуттан уҡ бөтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға