«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ябығыу хәүефле түгелме?



19.01.2017 Ябығыу хәүефле түгелме?

Ябығыу хәүефле түгелме?Организмдағы май ҡатламдары ниндәй роль уйнай? Артыҡ ныҡ ябығыу хәүефле түгелме һәм уның бала табыу һәләтенә йоғонтоһо юҡмы?
Миңлегөл.

Организмда бер нәмә лә артыҡ түгел. Кешегә май ҡатламы ла кәрәк. Әммә ул норманан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә дөйөм кәүҙә ауырлығын 100 процент тип алһаҡ, норма буйынса шуның 42 проценты – мускулдар, 16-һы – һөйәк, 16-һы – май ҡатламы, 18-е – тире һәм ҡалғаны башҡа туҡымалар булырға тейеш.
Май ҡатламы бала табыу функцияһында ла мөһим роль уйнай. Тап шунда андрогендар (ҡатын-ҡыҙҙа булған ир-егеттәр гормоны) эстрогендарға (ҡатын-ҡыҙ гормондарына) әүерелә. Шул рәүешле ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табыу йәшендә бөтә эстрогендары формалаша. Әгәр ҙә ҡаты диета арҡаһында ҡыҙҙың май ҡатламы тейешле сиккә етмәй икән, организмда гормональ үҙгәрештәр башлана, күрем туҡтап ҡалыуы ихтимал. Бәхеткә күрә, был үҙгәрештәрҙе төҙәтеп була. Кәүҙә ауырлығы нормалашҡас, бала табыу функцияһы ла тергеҙелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға