«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һөлөктө теләгән ваҡытта һалдырырға буламы?



16.01.2017 Һөлөктө теләгән ваҡытта һалдырырға буламы?

Һөлөктө   теләгән  ваҡытта  һалдырырға  буламы?
Күптән һөлөк һалдырып ҡарарға тип уйлап йөрөйөм. Сөнки аяҡтағы ҡан тамырҙары киңәйеп йонсота, шунан файҙаһы булмаҫмы тим. Тик мине бер һорау борсой: һөлөк һалдырыуҙың айырым ваҡыты бармы әллә ҡасан һалдырһаң да яраймы?
Гөлнур.

Һөлөк һалдырыуҙың билдәле бер ваҡыты юҡ. Шулай ҙа ололар уны йылы ваҡытта һалдырырға ҡуша. Ҡыш миҙгелендә был процедураны хупламайҙар, сөнки һөлөк һалдыр­ғандан һуң урыны оҙаҡ ҡына ҡанһырап тороуы ихтимал, ҡанға һалҡын тейә, тиҙәр. Иң ҡулайы – йәй һәм йылы көҙ көндәре.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға