23.12.2016 Иң яҡшылар – беҙҙең арала
Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иң яҡшы 500 терапевты исемлегенә ингән участка табиптары менән осрашты.
Эйе, илебеҙҙә быйыл октябрҙә беренсе тапҡыр табиптар эшмәкрлегенә бәйле шундай рейтинг төҙөлдө. Исемлеккә кешеләргә тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе участка һәм дөйөм практика табиптары инде. Әлбиттә, беҙҙең республика белгестәре лә бар унда.
Рөстәм Хәмитов осрашыу ваҡытында табиптарға дипломдар тапшырҙы һәм 3-сө бала табыу йортоноң 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы коллективын Волга буйы федераль округында уҙған конкурста “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” номинацияһында еңеүҙәре өсөн бүләкләне.
Башлыҡ билдәләүенсә, республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы ҡеүәтле. Беҙҙә ике меңдән ашыу терапевт эшләй, табиптарҙың дөйөм һаны – 14 меңдән артыҡ. Әлбиттә, медицина үҫһен өсөн байтаҡ ресурстар ҙа йүнәлтелә: дауаханалар төҙөлә, ҡорамалдар һатып алына, хеҙмәт хаҡы тураһында хәстәрлек күрелә.
Рөстәм Хәмитов артабан да ҙур ниәттәр булыуын әйтте, мәҫәлән, Өфөлә кардио- һәм онкодиспансерҙарға яңы корпус төҙөләсәк.
Учалыла, Салауатта, Дүртөйлө, Туймазы, Октябрьскийҙа төҙөлөштәр, ремонт кәрәк. Үлем осраҡтарын (шул иҫәптән йәш балалар һәм әсәләр үлемен) кәметеү буйынса ла эштәр башҡараһы бар.
Белеүегеҙсә, Өфөлә яңы перинаталь үҙәк корпусы асылды. Республика етәксеһе унда йылына 3,5 мең бала тыуыр тип өмөтләнә.
Һаулыҡ һаҡлау системаһы бер секунд та туҡталмайынса, йылдың 365 көнөндә лә эшләй, кеше һаулығы һағында тора.
– Рәхмәт һеҙгә! Үҙегеҙ ҙә сәләмәт булығыҙ. Әгәр һеҙ һау булһағыҙ, пациенттарығыҙ ҙа үҙҙәрен яҡшы тойор, – тине осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов.