«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һөлөк варикоздан ярҙам итә



12.12.2016 Һөлөк варикоздан ярҙам итә

Һөлөк  варикоздан  ярҙам итә
Ҡан тамырҙарым ҡабарып сығыу арҡаһында аяҡтарым бик ауырта, һыҙлай ине. Бер ниндәй май ҙа, крем да, дарыу ҙа ярҙам итмәне. Хатта бер аяғыма операция ла яһатып ҡараным, әммә уңышһыҙ булды. Сараһыҙҙан һөлөк һалдырып ҡарарға булдым. Дауаланыу бер нисә тапҡыр дауам итте. Бер аяғыма ғына 11 һөлөк һалдыр­ҙым. Һөҙөмтәлә төйөндәр тулыһынса бөттө. Икенсеһендә лә ыңғай үҙгәреш күҙгә күренеп тора, әммә дауалау курсын дауам итергә кәрәк әле. Һөлөк һалдырыу бер ҙә ауыр түгел, ауыртмай ҙа. Бәлки, минең тәжрибәм кемделер ҡыҙыҡһындырыр, сөнки аяҡ тамырҙары варикозы менән күптәр ыҙалана бит.

Фәғилә.
Ейәнсура районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға