«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Хроник остеомиелитты дауалап буламы?



01.12.2016 Хроник остеомиелитты дауалап буламы?

Хроник  остеомиелитты  дауалап буламы?
Енсек һөйәген һындырғандан һуң, операция уңышһыҙ үтте лә, миндә хроник остеомиелит үҫеште. Уны нисек дауалап була?
Р. МӨЪМИНОВ.
Белорет ҡалаһы.

Остеомиелит – һөйәк туҡымаһында хроник эренләү процесы. Уны дауалау өс йүнәлеш буйынса алып барыла: бөтә организмға йоғонто яһау, инфекцияға һәм яраға. Һеҙҙең организм инфекцияны еңә алмаған, уны бер аҙ сикләгән генә. Был иммун системаһының көсһөҙлөгө менән аңлатыла. Табип-иммунолог ярҙамында организмдың инфекцияға ҡаршы көрәшеү һәләтен күтәрергә була. Аҡһымға бай туҡланыу рационы ла ярҙам итеүе ихтимал. Көн һайын һуған, һарымһаҡ ҡушып кишер менән сөгөлдөр ашағыҙ. В һәм С төркөмө витаминдарын да даими эсегеҙ.
Әгәр ҙә ауырыу аҙған икән, бактерияға ҡаршы көслө препараттар һәм антисептиктар ярҙам итер. Дарыуҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ, ул тейешен тәҡдим итер. Ярҙамсы сара булараҡ, халыҡ медицинаһы ысулдарын да ҡулланып ҡарағыҙ. Мәҫәлән, эренле яраға алоэ йәки агава һутын тамыҙырға мөмкин. Шулай уҡ кесерткән, сөйәл үләне төнәтмәһе лә ярай. Бының өсөн ике ҡалаҡ ҡоро үләнгә бер стакан һыу ҡойоп, 20 минут ҡайнатығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға