«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡанды нисек нормаға килтерергә



17.11.2016 Ҡанды нисек нормаға килтерергә

Ҡанды нисек нормаға килтерергә
“Йәшлек” гәзитенең “Сәләмәтлек” битен ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Ундағы төрлө кәңәштәрҙе тоторға, халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән үләндәр төнәтмәһен файҙаланырға тырышам. Бөгөн үҙем дә бер һорау менән мөрәжәғәт итергә булдым. Минең ҡаным ҡуйы, нисә йыл инде шуның менән интегәм. Халыҡ дауаһы уны дауалауҙың ниндәй ысулдарын тәҡдим итә икән?

Гөлфиә.
Йылайыр районы.


Ҡандың ойошоуы – организмды күп ҡан юғалтыуҙан һаҡлаусы бик мөһим процесс. Ҡан ҡуйы булһа ла, артыҡ шыйыҡ булһа ла кеше ғүмере өсөн хәүефле. Уның артыҡ ҡуйы булыуы тромбтар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ организмда барған күп кенә процесҡа кире йоғонто яһай.
Ҡандың ойошоусанлығына, ғәҙәттә, бауыр һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары йоғонто яһай, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ауырлы саҡта ла ҡаны ҡуйырыуы ихтимал. Инфекция ауырыуҙарының да ҡандың ҡуйырыуына килтереүе мөмкин. Шулай эскән дарыу­ҙарығыҙға ла иғтибар итегеҙ, улар ҡандың ойошоусанлығына булышлыҡ итмәйме икән.

Ҡуйылығын нисек кәметергә һуң?
1. Туҡланыу рационына һәм күпме кимәлдә һыу эсеүегеҙгә иғтибар итегеҙ. Ҡан ныҡ ҡуйы булғанда көндәлек рационға мотлаҡ ҡыяр, диңгеҙ кәбеҫтәһе, грейпфрут, помидор һәм диңгеҙ балығы индерелергә тейеш.
2. Ғәҙәти ҡара сәй урынына – мүк еләге сәйе, ә көн дауамында виноград һуты эсергә кәңәш ителә. Ул тромбоциттарҙың әүҙемлеген 75 процентҡа кәметергә ярҙам итер.
3. Дегәнәк, ҡара бөрлөгән, сейә, мәтрүшкә төнәтмәләрен эсергә ғәҙәтләнегеҙ.
4. Шулай уҡ ҡыҙыл шарап та бик яҡшы ярҙам итә, әммә артыҡ күп эсмәгеҙ, көнөнә бер бокал етә.
5. Ҡурай еләге ҡайнатмаһы бармы? Бик яҡшы! Уны көн һайын әҙләп ашағанда ярты йылда ҡандың ойошоусанлығын кәметергә була.

Ниндәй төнәтмәләр ярҙам итә?

Иң киң таралғаны каштан төнәтмәһе. 50 г каштан ҡабығын алып, ярты литр араҡы ҡойорға һәм ике аҙна төнәтергә кәрәк. Әҙер булғас, ашарҙан ярты сәғәт алда 30 – 40 тамсы төнәтмәне һыуға һалып эсегеҙ. Алдан һыуға ҡушып әҙерләп ҡуйырға була. Төнәтмәне өс аҙнанан артыҡ эсергә ҡушмай­ҙар. Өс аҙна эскәндән һуң мотлаҡ бер аҙ туҡтап ял итеп алығыҙ. Кемдәрҙе гастрит, гипотония борсой, уларға был төнәтмә менән бик һаҡ булырға кәрәк. Ғөмүмән, был төнәтмәне ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшегеҙ.
Имбирь төнәтмәһе лә ярҙам итә. Ҡырғыстан үткәрелгән имбирь тамырына бер семтем дәрсен (корица), бер балғалаҡ йәшел сәй ҡушырға һәм 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшы итеп төнәтергә. Һуңынан бал, лимон ҡушып, көн дауамында эсергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға