«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Операциямы, йодмы?



05.10.2016 Операциямы, йодмы?

Операциямы, йодмы?Ҡалҡан биҙендә төйөр таптылар, әммә уның функцияһы боҙолмаған. Был осраҡта мотлаҡ операция эшләтергә кәрәкме? Миңә йод препараттары ҡулланырғамы?
А. СӘМИҒУЛЛИНА.
Сибай ҡалаһы.

Әгәр ҙә төйөн үҫһә йәиһә ҙурайһа (3 сантиметрҙан ҙурыраҡ булһа), операция яһатырға кәрәк. Шулай уҡ ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар килеп тыуһа ла, иң яҡшыһы – операция яһатыу. Төйөн булғанда, йод препараттары эсергә ҡушмайҙар, сөнки уларҙың төйөндөң үҫеүенә булышлыҡ итеүе ихтимал. Ғөмүмән, йәш барған һайын ҡалҡан биҙендә төйөндәр барлыҡҡа килеү ихтималлығы арта, шунлыҡтан бөтә кешегә лә йод препараттарының килешеп етмәүе лә мөмкин.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға