06.10.2016 Нервы ауырыуы ҡайҙан барлыҡҡа килә?
Вегетатив-ҡан тамырҙары нейропатияһы ни сәбәпле барлыҡҡа килә һәм уны нисек дауалайҙар?
М. ВӘЛИЕВ.
Борай районы.
Полинейропатия нервылар зыян күргәндә барлыҡҡа килә. Ҡағиҙә булараҡ, нервыны туҡландырыусы һәм һаҡлап тороусы тышҡы ҡатламы зыян күрә. Шул урында ҡысытҡан, әсеткән, сәнскән, ауыртҡан һымаҡ тойола. Улар күберәк үксәлә килеп сыға, сөнки иң оҙон нервы шунда бара. Ауырыуҙың үҫешенә шәкәр диабеты ваҡытында оҙаҡ ваҡыт ҡанда шәкәр күләменең юғары булыуы, төрлө йәрәхәт, ҡан тамырҙары атеросклерозынан аяҡтарҙа ҡандың насар йөрөүе, алкоголде күп ҡулланыу, зарарлы производствола эшләү ҙә булышлыҡ итеүе ихтимал. Шуға күрә иң беренсе сиратта ауырыуҙың сәбәбен бөтөрөргә кәрәк – ҡандағы шәкәр күләмен нормаға килтерергә, алкоголдән баш тартырға һ.б. Был ауырыуҙан В төркөмө витаминдары файҙалы. Шулай уҡ берлитион, эспа-липон, тиогамма, тиоктацид кеүек препараттарҙы ҡулланырға кәңәш итәләр. Әммә уларҙы табип кәңәше менән генә ҡабул итергә ярай.