«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тымауҙан һәм гаймориттан файҙаһы ҙур



20.09.2016 Тымауҙан һәм гаймориттан файҙаһы ҙур

Тымауҙан һәм  гаймориттан  файҙаһы ҙурКөндәр һыуына башлау менән һалҡын тейеп ауырыуҙар ҙа арта. Айырыуса тымау аптырата, ә инде гайморитҡа барып етһә, бигерәк тә насар. Гаймориттан ҡайын бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмә яҡшы ярҙам итә. Дарыухананан һатып алынған ҡайын бөрөһөн араҡыға һалып төнәтергә кәрәк. Яҡынса 1/5 өлөшө – бөрө, ә ҡалғаны – араҡы (спирт ярамай). Йылы урында, һелкә-һелкә төнәтергә кәрәк. Араҡы һоро төҫкә инһә, төнәтмә әҙер булыр. Артабан кизе-мамыҡ сепрәкте маңлайҙы ҡапларлыҡ итеп 5 – 6 ҡатҡа бөкләргә һәм ошо төнәтмәлә еүешләп, маңлайға ҡуйырға. Сепрәк маңлайҙы, хатта ҡаштарҙы яҡшы итеп ҡаплап торорға тейеш. Өҫтөнә целлофан һалып, төнгөлөккә ҡалдырырға. Маңлайҙы әҙерәк ҡыҙҙырып, яндырып торған һымаҡ булыр, әммә уның зыяны юҡ. Бына ошо ябай ғына ысул бер ниндәй дарыуһыҙ һәм операцияһыҙ гаймориттан ҡотолорға ярҙам итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға