«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тоҙ баш ауыртыуын баҫа



21.09.2016 Тоҙ баш ауыртыуын баҫа

Тоҙ баш  ауыртыуын баҫаКинәт кенә башығыҙ ауыртып китеп, түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, тиҙ генә тоҙ иретмәһе әҙерләгеҙ. Был ябай ғына ысул тиҙ арала баш ауыртыуын баҫып, оҙаҡ ваҡытҡа уның нимә икәнен дә онотоп торорға ярҙам итер. Өҫтәүенә, ҡан баҫымын да нормаға килтерергә ярҙам итә. Иң тәүҙә марляны 8 ҡат итеп бөкләп, башты уратып алмалы итеп бәйләмес әҙерләргә. Шунан 250 мл һыуҙы 40 – 60 градусҡа тиклем йылытырға һәм 2 балғалаҡ тоҙ һалып иретергә. Һөҙөмтәлә 8 процентлы тоҙ иретмәһе барлыҡҡа килә. Йылы һыу менән маңлай, ҡолаҡтар һәм елкәне йыуып, бәйләместе тоҙ иретмәһенә манып, еңелсә һығырға һәм әҙерәк һыуынһын өсөн һелккеләп алғандан һуң, маңлай, ҡолаҡтар һәм елкә аша башты уратып бәйләргә. Компресс ныҡ торһон өсөн уны кизе-мамыҡ яулыҡ менән нығытып бәйләп ҡуйырға онотмағыҙ. Шунан бер аҙ ятып торор­ға мөмкин. Бер нисә минуттан баш ауыртыуы баҫылып, еңеллек һиҙерһегеҙ, әммә яулыҡты сисергә ашыҡмағыҙ. Ә инде ауыртыу ныҡлап үтеп, бәйләместе сискәндән һуң, башығыҙҙы йылы һыу менән йыуып алығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға