15.01.2016 Хужабикә, мейеңә һеңдер!
Аш-һыу бүлмәһендә һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәкле ҡағиҙәләр:
. Ҡулға ыҫланған йәки тоҙланған балыҡ еҫе һеңһә, уны йыуған ваҡытта саҡ ҡына теш пастаһы ҡулланығыҙ.
. Ә инде һарымһаҡ менән һуған еҫен бөтөрөү өсөн ҡулды ҡорос ҡалаҡ менән ышҡып сығыу ҙа етә. Тутыҡмай торған ҡалаҡ еҫте үҙенә ала һәм йыуғанда тулыһынса таҙара.
. Сей ҡәһүә лә ҡулға һеңгән насар еҫте үҙенә ала.
. Цитрустар һәм помидор һыуытҡыста һаҡланмай, сөнки түбән температура был аҙыҡтарҙың тәмен, еҫен боҙа.
. Буш герметик контейнерҙар насар еҫте һеңдермәһен өсөн эсенә саҡ ҡына тоҙ һалып һаҡлағыҙ.
. Соус көйөп китһә, уны таҙа кәстрүлгә бушатығыҙ ҙа, эшегеҙҙе дауам итегеҙ, соусҡа шәкәр ҡушырға ла мөмкин. Тик самаһын арттырып ебәрмәгеҙ.
. Дөгө ярмаһы көйгәндә уның өҫтөнә 5 – 10 минутҡа аҡ икмәк киҫәге һалып торалар.
. Чили кеүек әсе боросто ҡырҡҡанда ҡулығыҙға үҫемлек майы һөртһәгеҙ, уның әсе тәме бармаҡтарға һеңмәҫ.
. Попкорн әҙерләргә йыйынһағыҙ, орлоҡтарҙы 10 минутҡа һыуға һалып тороғоҙ. Улар тиҙерәк әҙер буласаҡ, асылмай ҡалғандары ла һирәгерәк осраясаҡ.