«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Рулет



31.12.2015 Рулет

РулетҠаҙҙар һуйылып, һы­уытҡысҡа һалынды. Хәҙер ҡыш буйына ҡаҙ ите ашап, бәлеш бешерергә була. Һеҙгә бер рецепт тәҡдим итмәксемен.
Ике ҡаҙ бүтәгәһен, ике йөрәген, бер бауырын ит турағыстан үткәреп, һуған, кишер менән яртылаш бешкәнсе майҙа ҡыҙҙырырға. Бер йомортҡаға самалап он, һыу ҡушып ҡамыр баҫып, йоҡа ғына йәймә йәйергә лә, уға әҙер фаршты һалып, рулет итеп урар­ға һәм парҙа бешерергә. Бик тәмле килеп сыға.

Зәйнәб Вилданова.
Учалы районы,
Миндәк ауылы.

Хужабикәләр! Һеҙҙә ниндәй рецептар бар? Әхирәттәрегеҙ менән бүлешегеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға