24.12.2015 "Йәшлек"тән - йондоҙнамә
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яңы йылды яңы өмөттәр менән ҡаршыларһығыҙ. Йондоҙҙар артабан да һеҙгә булышлыҡ итер. Ни тиклем әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, үҙ иңегеҙгә яуаплылыҡ алһағыҙ, уңыштар ҙа шул тиклем булыр. Күптәр 2016 йылда өйләнер һәм кейәүгә сығыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үтеп барған йыл һеҙҙең өсөн һәйбәт кенә тамамланып килә. 2016 йыл тағы ла уңышлыраҡ көтөлә. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, йыбанмаһағыҙ, ҙур ғына эштәр башҡара алырһығыҙ. Элекке бәйләнештәр һәр саҡ ярҙам итер. Өйҙәгеләр ҙә терәк булыр.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йылды яҡшы кәйеф менән оҙатырһығыҙ. Ғөмүмән, киләһе йыл һеҙҙең өсөн емешле буласаҡ. Элек башҡарған эштәрегеҙҙең сауабын күрерһегеҙ. Күптәр яңы йорт һалыр, яңы фатирға күсер.
Буға (21.04 – 21.05)
Киләһе йыл башынан уҡ тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр башланыр. Уларҙың күбеһе һеҙҙең өсөн уңайлы көтөлә, борсолоуҙар, тулҡынланыуҙар ҙа етерлек булыр һымаҡ. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, вазифа баҫҡысы буйынса үрләрһегеҙ. Буйҙаҡтар үҙенә иш табыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ял итеп ҡалырға тырышығыҙ. Артабан һеҙҙе көсөргәнешле йыл көтә. Ҙур эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Үҙегеҙҙе йәлләмәһәгеҙ, ҙур уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Киләһе йылда яҙмыш һеҙгә төрлө юл тәҡдим итер. Шуларҙың береһен генә һайларға тура килер.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Өмөтлө осор. Тыныс күңел менән байрамға әҙерләнә башларһығыҙ. Шишәмбе менән шаршамбы бар йәһәттән дә уңышлы булыр. Мөмкин тиклем Яңы йылға тиклем бурыстарығыҙҙы ҡайтарырға тырышығыҙ. Ышанығыҙ, киләһе йылда мөмкинлектәрегеҙ ҡырҡа киңәйер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Уңышлы осор дауам итәсәк. Быйыл эшләп бөтөрә алмағанды киләһе йылда мотлаҡ аҙағына тиклем еткерерһегеҙ. Йылдың икенсе яртыһы бигерәк тә уңышлы буласаҡ. Һеҙҙең тирәлә үҙгәрештәр башланыу менән әүҙемлекте арттырығыҙ. Бер ҙә уйламаған ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тик түҙемлек күрһәтегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Маймыл йылы һәйбәт килер. Күптән борсоп торған һорауҙарға асыҡ яуап алырһығыҙ, улар һеҙгә ярҙам да итер һымаҡ. Яҡын кешеләрегеҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ тотороҡланыр. Матди килемегеҙ мотлаҡ артыр.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна яңы осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға килтерер. Ғөмүмән, етеп килгән йыл аралашыуға, танышыуҙарға бай булмаҡсы. Тик йыл башында алға китеү бер аҙ тотҡарланып торор кеүек. Бының сәбәбе – эшләп бөтөрөлмәгән эштәрегеҙ һәм ҡайтарылмаған бурыстарығыҙ. Артабан хәлегеҙ яйланыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙең өсөн көсөргәнешле һәм мәшәҡәтле йыл. Табанығыҙға баҫырға, эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр күбәйер. Дошмандарығыҙҙы уҙыр өсөн һәр саҡ ян-яғығыҙға ҡаранып йөрөргә тура килер. Фекерҙәштәр эҙләгеҙ, улар менән йәшәүе еңелерәк булыр.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Байрам көндәрендә һеҙҙе күп кенә ҡыуаныслы ваҡиға көтөр. Яңы йыл һәйбәт кенә башланыр. Йыш ҡына яңы һөнәр менән булышырға тура килер, бәлки. Ғөмүмән, сығымдарығыҙ артыр, ләкин килемегеҙ ҙә күбәйер. Иң борсоп торған мәсьәлә 2016 йылдың йәйендә хәл ителер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна башы мәшәҡәтле килер. Ваҡ-төйәк эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Хәйер, уларҙы икенсе йылға күсермәүегеҙ яҡшы. Хәҙер инде байрамды ҡаршы алырға бер нәмә лә ҡамасауламай һымаҡ.