«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Телеңде йоторлоҡ!



23.10.2015 Телеңде йоторлоҡ!

"Тунлы" тауыҡ

200 г аҡ май, киҫәкләп туралған тауыҡты, ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡты, 1 стакан бүрттерелгән фасолде, йомро ваҡ картуфты, 3 баш туралған һуғанды, кәбеҫтә киҫәктәрен кәстрүлгә ҡатлап һалығыҙ, 1 стакан томат, 1 стакан һыу ҡойоғоҙ. Һәр ҡатламға тоҙ, борос һибегеҙ. Әкрен утта сәғәт ярым бешерегеҙ. Фасоль яратмаһағыҙ, уны ҡушмаһағыҙ ҙа була.

Көҙгө салаттар

Торма менән кишерҙе ваҡ, алманы эре ҡырғыста ҡырығыҙ һәм яҡшылап бутағыҙ. Шул массаға лимон һуты, ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡ өҫтәгеҙ, тәменсә тоҙ һалығыҙ.
Бер порцияға 2 торма, 2 кишер, 2 алма, 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡ, ярты лимон һуты кәрәк.

* * *
Ҡабаҡ менән алманы таҙартып – эре, керәнде ваҡ ҡырғыста ҡырығыҙ, шәкәр, лимон кислотаһы һалып, яҡшылап бутағыҙ. 200 г ҡабаҡҡа 200 г алма, 20 г керән, лимон кислотаһы һәм шәкәр ҡомо тәменсә алына.

Кишер ҡайнатмаһы

1 кг таҙартылған кишерҙе һәм 1 кг тосо алынған алманы, ҡабығы менән бергә 1 кг лимонды ит турағыс аша үткәрегеҙ. 2 кг шәкәр һалығыҙ ҙа болғата-болғата 40 минут ҡайнатығыҙ.

Бәшмәк тултырылған помидор

Телеңде йоторлоҡ!Помидорҙарҙы уртаға бүлеп, үҙәген алығыҙ. Шул киҫәктәрҙе яҡшылап майланған һәм сохари онтағы һибелгән һауытҡа теҙегеҙ. Майҙа һуған һәм помидорҙың үҙәген ҡыҙҙырығыҙ.
Бешкән бәшмәкте ваҡлап турағыҙ. Йәшелсә менән ҡушып тоҙ, борос һибегеҙ. Помидорҙарға фарш тултырып, өҫтөнә май ҡойоғоҙ, сохари онтағын һибеп, мейестә бешерегеҙ.
8 помидор, 6 ҡалаҡ көнбағыш майы, 1 баш һуған, 400 г бәшмәк, тәменсә тоҙ кәрәк.

Рәмилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға