24.09.2015
Һин алкоголик түгелме?
Их, дуҫтарым, һеҙгә әйтәм:
Был донъянан туймағыҙ!
Ваҡыты етмәй йәш ғүмерҙең
Сәскәләрен ҡоймағыҙ!
(Халыҡ йырынан).
Күп кенә башҡа даими баҫмалағы кеүек үк, беҙҙең гәзитебеҙҙә лә заман афәтенә әйләнгән эскелек һәм наркомания темаһына ифрат күп мәҡәлә баҫылып сығып тора. Алкоголизм һәм наркомания сиренән ыҙа сиккән, әммә әлегәсә һәләк булып өлгөрмәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡасандыр тоғро юлға баҫыуына өмөт итеп, илебеҙҙә, хатта республикабыҙҙа киң таралған шул күренешкә битараф булмаған авторҙарыбыҙ ошо афәттән һәр төрлө ҡотолоу юлын да күрһәтергә тырыша. Арабыҙҙа иң күп йәйелгәне эскелек булғанғалыр, һүҙҙе ана шул хаҡта йөрөтә күпселек. Эскелектең ниндәй аяныслы һөҙөмтәләргә килтереүен раҫлаған миҫалдар бихисап. Күп ғаиләнең тарҡалыуы, балаларҙың ғәрип булып донъяға килеүе, йәиһә имен-һау тыуып та, тыуғас атай-әсәйһеҙ ҡалыу осраҡтары, типһә-тимер өҙөрҙәй ир-егеттең эшһеҙ ҡалып, һөҙөмтәлә берәҙәккә әйләнеп китеүе, бынамын тигән кешеләрҙең әҙәм сифатын юғалтып, хайуан кимәленән дә түбән төшөүе, әрмелә имен-һау хеҙмәт итеп, матур, ысын егет булып өйгә ҡайтҡан йәштәребеҙҙең бер-ике йыл да тормай үҙ-үҙҙәрен юҡ итеүе, төрлө енәйәт, ҡатын-ҡыҙ араһындағы киң таралған эскелек, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү һымаҡ тормошобоҙҙағы аҙым һайын осраған ҡайғылы хәлдәрҙе һанап бөтөрлөк түгел! Бәлки ана шуларҙан ғибрәт алып, кемдәрҙер дөрөҫ юлға баҫыр, тигән өмөт менән, ошо матур донъянан ваҡытынан алда ваз кисмәҫкә, йәшәргә өгөтләп, яҡташтарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙыусы авторҙарыбыҙға мең-мең рәхмәт әйтке килә. Хәмер тотҡононан ҡотолоп сығыу юлдарын күрһәтеү ниәте менән яҙылған бик шәп мәҡәләләр ҙә байтаҡ ҡына.
Әммә, ҡәҙерле милләттәштәрем, бына ошо ифрат та фәһемле, бәғзеләре кеше ҡайғыһы менән тулы, ысын күңелдән яҙылған шундайын да кәрәкле, ҡиммәтле өгөт-нәсихәтле мәҡәләләрҙе ҡайһы саҡ тетрәнә-тетрәнә уҡып сыҡҡас, нишләптер һәммәбеҙ ҙә уларҙы башҡа кемдәрҙер өсөн яҙылған, тип ҡабул итәбеҙ. Ә улар бит барыһы ла беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙға, туғандарыбыҙға хатта ҡайһы бер осраҡта үҙебеҙгә лә ҡағылышлы. Оло үкенескә күрә, күпселек ваҡытта алкоголизм тип аталған бик мәкерле, ҡурҡыныс сирҙең үҙебеҙҙең яҡын-тирәлә генә йөрөгәнен белмәйбеҙ. Ә иң үкенеслеһе – ошо яман ауырыуҙың тоҙағына ҡайһы саҡ үҙебеҙ ҙә барып эләккәнлегебеҙҙе һиҙмәйбеҙ, белмәйбеҙ йәиһә (дөрөҫөрәге) белмәмешкә һалышабыҙ, танымайбыҙ. Был хәл, ысынлап та, үкенесле, хатта – аяныслы. Бына шуның өсөн дә табип һәм, шул уҡ ваҡытта, яҙыусы булараҡ, алкоголизм тип аталған сирҙең нимә икәнлеген иң ябай кимәлдә асыҡлап, уны һәммә кеше аңларлыҡ итеп һүрәтләргә ниәтем. Был мәҡәләмде, әлбиттә, эмоцияларға ғына таянып, уйлап сығарып яҙманым. Куйбышев (хәҙерге Һамар) хәрби медицина институты факультетындағы психиатрия кафедраһы мөдире, профессор уҡыған лекцияны ҡулландым. Мәҡәләмде уҡып, ошо ауырыуҙың билдәләрен үҙендә табып, үҙенә үҙе яҡынса диагноз ҡуйып, кемдәрҙеңдер үҙен алкоголизм сиренән, ә бәлки бик иртә был донъянан китеүҙән дә ҡотҡарыу өсөн тейешенсә сара күрергә ҡарар итеүен насип ҡыл, тип Раббыбыҙҙан һорайым.
“Мин – алкоголик”, йә иһә “Мин алкоглоизм сире менән сирлөйем, фәләнсә стадияһында. Бына ошо сирҙән миңә дауаланырға кәрәк” – тип, ниндәйҙер башҡа берәй ауырыу хаҡындағы һымаҡ һүҙ йөрөткән берәй ысын алкоголикты күргәнегеҙ бармы? Тап бына шулай тип башлап китер ине профессор үҙенең лекцияһын. Эйе хатта хроник алкоголизмдың иң һуңғы стадияһында булған сирлеләр ҙә улай тип әйтмәй! Әгәр ҙә мәгәр, кем дә кем үҙенең ошо ауырыу менән сирләүен таныу бәхетенә ирешә икән, ул кеше һәр саҡ һауығырға ынтыласаҡ һәм киләсәктә һис шикһеҙ был сирҙән ҡотоласаҡ, ти торғайны ғалим.
Медицинала алкоголизмды өс стадияға бүләләр. Иң тәүге, йәғни беренсе стадияһына килеп ингәнен кеше үҙе лә һиҙмәй. Сөнки алкоголизмдың башланғыс стадияһы күпселек осраҡта көнкүреш эскелектәре, йәиһә бөгөн бәғзеләр әйтмешләй, “мәҙәни” эсеү формаһында үтә. Хәмер эсеү менән бәйле йыш ҡына үткәрелгән төрлө оло байрам, кисә, ҡунаҡ табыны, йәиһә былай ғына “осрашыу хөрмәтенә бер “ярты”ны бушатыуҙар һәм башҡалар. Тәү осорҙа ошоноң һымаҡ мәжлестәрҙә эселгән хәмер эсемлектәренән килгән күтәренке кәйеф, фекер йөрөтөү еңеллеге тойғоһо, кеше араһында оҫта итеп һөйләй алыу, йырлау һәм бейеү һәләтлелегенең көсәйеүе кешене тап бына шундай мәжлестәргә һаман йышыраҡ әйҙәй һәм этәрә бара. Организмында һиҙелмәй генә төрлө биохимик үҙгәреш барған бындай кеше тора-бара, ошо коллектив рәүештә үткәрелгән кисәләрҙән тыш, хәмер эсеүгә башҡа сәбәптәр һәм юлдар эҙләй башлай. Эҙләгән – таба, тигәндәй, сәбәптәр, үкенескә күрә, эт тубығынан! Үҙенең тыуған көнө, ҡатынының (иренең), яратҡан балаларының, ата-әсәһенең, ағай-энеләренең, дуҫ иштәренең яҡты донъяға килгән көндәре һис ваҡытта ла хәмерһеҙ үтмәй. Ул кеше бик күптәрҙең тыуған көн даталарын да хәтерләп ҡалыусан. Яңы фатир, машина, яңы кейем алған таныштарын, яҡындарын һәр саҡ: “Йыуырға кәрәк...” – тип шаяртырға ярата ул... Ошо сараларҙың һәр береһендә лә “яҡшы” ғына төшөрөп йөрөгән кешенең организмы әкренләп кенә (ә ҡайһы берҙәрҙең бик тиҙ, бер нисә айҙа) алкоголь эсемлегенә өйрәнә бара. Был процестың бер нисә йылға ла һуҙылыуы мөмкин. Йәне-тәне шайтан һыуына күнегә барған кеше тора-бара шундай һәр датаны спиртлы эсемлекһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай башлай. Шул уҡ ваҡытта организмда алкоголизмдың иң тәүге стадияһына хас булған “толерантлыҡ” (был һүҙ – күнегеү тигәнде аңлата) тип аталған симптом барлыҡҡа килә. Ябайыраҡ тел менән әйткәндә, элегерәк кеше ике-өс рюмканан иҫерһә, хәҙер уны иҫертер өсөн яңғыҙына бер “ярты”, хатта унан да күберәк кәрәк, шунһыҙ –“алмай”. Күптәр тап ошо стадияла үҙҙәренең хәмергә бирешмәүлеге организмының ныҡлығынан тип уйлай һәм йышлап байрам итеүҙәрен артабан да дауам итәләр. Кеше тора-бара, үрҙә һаналып киткән байрамдарҙан тыш, һәр шәмбе, нефтселәр, төҙөүселәр, пограничниктар, танкистар көнө кеүек календар тулы байрамдар ҙа күңел асыуға сәбәп була башлағанын һәм шул ыңғайҙа ниндәй ҙур ҡурҡыныс упҡын төбөнә төшөп китеп барғанын һиҙмәй. Артабан, бәғзеләр әллә ни шешәләш тә эҙләп тормай, яңғыҙы ғына булһа ла ултырып “төшөрөп” алырға әүәҫләнеп китә. Әммә был стадияла әле, айырыуса баштараҡ, кеше “баш төҙәтеү”гә мохтаж түгел. Шунлыҡтан, башҡалар бахмурҙан сирләгән саҡта: “Мин күпме эсһәм дә бер ҡасан да ауырымайым”, – тип маҡтаныусан була. Сөнки “алкоголь абстиненцияһы" тип аталған билдә ауырыуҙың икенсе стадияһына сыҡҡас, ныҡлап беленә башлай. Шулай итеп, әҙәм балаһы теләһә лә, теләмәһә лә, үҙе лә һиҙмәҫтән, был мәкерле ауырыуҙың ошо стадияһына килеп тә инә. Абстиненция – кисә иҫергәнсе эсеп, бөгөн иртән уянған кешенең үтә лә ныҡ кәйефе төшкән хәле. Ул ғына ла түгел, иҫерек ваҡытта бер ниндәй ҙә артыҡ эш боҙмаған хәлдә лә, иртәгеһен үҙеңде нимәләлер бик ныҡ ғәйепле итеп тойоу. Кешене шундайын да ыҙа сиктергән ошо тойғо иртәнсәк тороу менән “100 грамм” эсеп алыуға этәрә лә инде. Ошо дозанан кешенең хәле бер аҙ яҡшыра төшә. Тәүге стадияның аҙаҡтарында беленә башлаған һәм икенсе стадияға бөтөнләйгә хас булған бындай хәлде “похмельный синдром” тип тә әйтәләр. Шулай уҡ, беренсе стадияла башланған толерантлыҡ артабан да үҫә бара. Хәҙер инде кешегә иҫереү өсөн тағы ла күберәк доза кәрәк, хатта бер литрға тиклем (нормаль кеше өсөн ярты литр – үлемесле доза!). Меҫкен кеше ана шулай итеп, һаман үҙенсә “нығына” бара. Ошо стадияла уның эш һәләтлелеге түбәнәйә, кеше тиҙ арый. Элек ҡасандыр итәғәтле, әҙәпле булған кешенең холоҡ-фиғеле үҙгәрә. Алдаусанлыҡ, тупаҫлыҡ, эгоизм һымаҡ элегерәк булмаған сифаттары барлыҡҡа килә башлай. Баштараҡ, ҡатыны алдында үҙен аҡлар өсөн, “начальнигым”, йәиһә икенсе бер “ҙур кеше” менән эстем, тип алдаусан. Үҙтәнҡитлек тойғоһо һүнә барып, бөтөнләйгә тиерлек юҡҡа сығып, әкренләп шәхес деградацияһының башланыуы ла хас ауырыуҙың был стадияһына. Көн дә эсеп, унан (хатта эш ваҡыттарында ла) баш йүнәлтеп, үҙ эшен тулыһынса үтәй алмаған бындай кешенең ҡасандыр яратҡан эшенән яҙыуы, әлбиттә, ғәжәп түгел. Һәр көн кис өйөнә иҫерек ҡайтҡан ир ҡатыны алдында: “Начальство менән талаштым, шуға йәнем көйөп эстем”, – тип аҡлана. Ә инде иртәгәһенә эшкә бахмурҙан йәиһә “баш йүнәлтеп”, эсеп килә икән, һәр саҡ өйҙә ҡатыныма көйөп эстем, тигән һымағыраҡ яуаптар таба. Бына шуның өсөн дә ауырыуҙың ошо стадияһына еткән кеше ғәҙәттә элекке эшендә күптән эшләмәй, дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, “арт яғына тибелгән, йәғни” эштән бушатылған була. Ошо арҡала бик күптәрҙең ғаиләһе тарҡала. Берәй ғаилә ағзаһы йәиһә башҡа кемдер уға дауаланырға биргән кәңәше уны тик асыуландыра ғына. “Һеҙ нимә, мине алкоголик тип беләһегеҙме, кәрәк булһа, үҙем ташлармын әле!” – тигән һымағыраҡ яуап бирә ул яҡындарына. Ә үҙе һаман да эсеүен дауам итә. “Бахмур”ҙан ныҡ ҡына ауырыған сағында туғандарына, ҡатынына: “Ошонан тере ҡалһам, башҡаса ауыҙыма ла алмаясаҡмын”, – тип ант итә, әммә бер аҙ хәле яҡшырыу менән антын бөтөнләйгә онота. Бер нисә көн шулай өҙлөкһөҙ эскәндән һуң, ҙур ыҙалыҡ менән “похмель хәле”нән сығып алып, айныҡ ваҡыт килгән осорҙа туғандары, эш хужалары алдында тырышып-тырмашып үҙен “реабилитация”ларға тотона. Хатта бер-ике байрам мәжлесендә лә эсмәй “мулла һымаҡ” ултырыуы мөмкин. Эшендә лә ҡайсаҡ күпмелер кимәлдә элекке абруйын ҡабаттан бер аҙ аяҡҡа баҫтырырға ирешә. “Алтын ҡуллы кеше ул, тик ана шул бер аҙ эсергә ярата”, – тиҙәр ундай кеше тураһында. Тик уның әлеге бик аяныслы сирҙең тоҙағына эләккәне үҙенең дә, башҡаларҙың да башына килмәй. Бындай “яҡты осор” оҙаҡҡа бармай. Бер нисә аҙнанан бер-ике айға тиклем һуҙылыуы мөмкин. Инде үҙен бөтөнләйгә нормаль итеп тоя башлаған был кешенең ҡабаттан ныҡ ҡына эскеһе килә башлай. Сәбәп өсөн ниндәйҙер бер оло ваҡиғаны тап килтерә һалып (илебеҙҙә билдәләрлек сәбәптәр көн һайын тиерлек), йәиһә бер ниндәй сәбәпһеҙ. “Эс ҡортлап китте әле...” – тигән һымағыраҡ кәрәкле шаян һүҙҙәр табып, кисә генә мәжлестә “мулла” булып ултырған кеше ҡабаттан элекке дуҫтары янына килә...
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина
подполковнигы, яҙыусы.
Сибай ҡалаһы.
(Дауамы бар).