«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ҡыҙҙырма ла, бәлеш тә



25.09.2015 Ҡыҙҙырма ла, бәлеш тә

Ҡыҙҙырма ла, бәлеш тә1 кг тауыҡ бото йәки тауыҡ ите, кәрәгенсә картуф, кишер, һуған алына.
Тәрән табаға эре итеп тәгәрмәсләп туралған картуфты теҙеп, өҫтөнә нәҙек итеп ҡырҡылған һуған, һаламлап туралған кишер, бәләкәй киҫәктәргә бүленгән иттең яртыһын һалығыҙ. Шунан һуң тағы бер рәт картуф, кишер, һуған, ит теҙегеҙ. Кишерҙе ит өҫтөнә һалып, тағы бер аҙ картуф менән ҡатлағыҙ ҙа, лавр япрағы, күп итеп кипкән үлән, ике стакан һыу, майонез һалып, өҫтөн томалап, бешерергә ҡуйығыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметеп, бешкәнсе тотоғоҙ.

Р. ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға