«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Эремсек һыуы файҙалы



26.06.2015 Эремсек һыуы файҙалы

Борондан уҡ эремсек һыуы файҙалы продукт булараҡ билдәле. Ул дизентерия, эс китеү, ағыу­ланыу осраҡтарында дауалау ысулы булараҡ ҡулланылған. Хәҙерге заман ғалимдары эркет һыуының яңы файҙалы үҙенсәлектәрен дә асҡан. Баҡтиһәң, ул стресс, невроз кеүек сирҙәрҙе дауалағанда ыңғай һөҙөмтә бирә икән. Шулай уҡ эремсек һыуы эсәк микрофлораһын көйләй. Эркет һыуы – аҙ калориялы продукт. Һөт менән сағыштырғанда, эремсектә калория өс тапҡырға күберәк. Иммунитетты нығытыу өсөн дә көнөнә бер стакан эркет һыуы эсергә кәрәк. Төрлө диетаға ултырып, ауырлығын кәметергә тырышыусылар өсөн дә уның файҙаһы ҙур. Асығыу тойғоһон яҡшы баҫа, минераль тоҙға, витаминға бай булғанлыҡтан, диетала ултырғанда организм бик хәлһеҙлек кисермәй. Сәсте сайҡатыу өсөн дә файҙалы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға