«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » 30 йылдан ашыу балалар һаулығы һағында



20.06.2015 30 йылдан ашыу балалар һаулығы һағында

30 йылдан ашыу балалар һаулығы һағында Гөлләрә Сәғит ҡыҙы ТАТЛЫБАЕВА 30 йылдан ашыу Ейәнсура район үҙәк дауаханаһында педиатр булып эшләй. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу, тип әйтһәң дә була, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, Күмер­тауҙа интернатура үткәндән һуң Иҫәнғолға эшкә ҡайта һәм ғүмер буйы шул бер урында балаларҙың сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итә. Уның тәүге пациенттары хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булып, балаларының сәләмәтлеген тәжрибәле табипҡа ышанып тапшыра. Гөлләрә Сә­ғит ҡыҙының тырыш хеҙмәте “Башҡор­тостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһе, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары һәм башҡа бихисап Маҡтау ҡағыҙы менән баһаланған.

– Бөгөнгө заманда балаларға күберәк ниндәй ауырыуҙар хас?
– Бәләкәй балаларҙа анемия, кәүҙә ауырлығының норманан кәм булыуы күҙәтелә. Мәктәп йәшендәгеләрҙә ашҡаҙан, эсәк ауырыуҙары, гастрит күп. Өҫтәүенә, хәҙер компьютер, телефон заманы. Бәләкәйҙән шуларға текәлеп ултырып, күҙҙәре боҙола, умыртҡа һөйәге ҡыйшая, ҡан әйләнеше насарая. Элегерәк балалар күберәк саф һауала уйнай торғайны, шунлыҡтан физик яҡтан ныҡ һәм сәләмәт булдылар. Хәҙер йылдан-йыл балаларҙың һаулығы ҡаҡшай бара.

– Прививкалар полиомиелит, дифтерия, столбняк, гепатит кеүек ҡурҡыныс ауырыу­ҙарҙан һаҡланыу сараһы була аламы? Уларҙы эшләтеү кәрәкме?
– Әлбиттә, эшләтергә кәрәк. Йоғош­ло ауырыуҙарҙан иң ышаныслы һаҡланыу сараһы ул прививка. Ауырыған осраҡта ла прививка эшләткән кеше сирҙе еңел кисерә, насар эҙемтәләре булмай. Бына әле һуңғы ваҡытта бығаса бер ҡасан да булмағанса ҡыҙылса эпидемияһы көсәйҙе. Был тап шул ваҡытында вакцинация үтмәүҙән килә. Шунлыҡтан ата-әсәләр араһында ваҡытында һәр прививканы эшләтеү кәрәклеге хаҡында аңлатыу эштәре алып барабыҙ.

– Бала ауырый башлағандан һуң күпме ваҡыттан антибиотик бирергә була?
– Бала, тамағы ауыртып, йүткереп ауырый башлаһа, ҡайһы бер ата-әсәләр тиҙерәк антибиотик биреү яғын ҡарай. Был дөрөҫ түгел. Уны шунда уҡ бирергә ярамай, организм вирус менән үҙаллы көрәшергә тейеш. Шуға күрә антибиотикты беренсе урынға ҡуймайбыҙ. Күберәк халыҡ медицинаһына өҫтөнлөк бирәбеҙ. Баланың тамағы ауырта икән, уны үләндәр төнәтмәһе менән йышыраҡ сайҡатырға кәрәк, йүткерһә, атай-әсәй­ҙәребеҙ беҙҙе дауалаған ысулдарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә инде бер нисә көн буйы ыңғай яҡҡа үҙгәреш булмаһа, антибиотик тәғәйенләйбеҙ.

– Тымау, ангина, йүтәл кеүек күрер күҙгә ябай ғына күренгән ауырыуҙар нимәһе менән хәүефле?
– Ваҡытында сара күрһәң, хәүефле түгел. Мәлендә организмға ул ауырыуҙарҙы еңергә ярҙам итеп кенә ебәрергә кәрәк. Һәр ауырыу ҙа, аҙһа, хәүефле. Шуның кеүек, ябай ғына тамаҡ ауыртыуы ҡолаҡҡа биреүе, ә йүтәлдең пневмонияға әүерелеүе ихтимал. Шунлыҡтан сирҙе эҫе мәлендә дауаларға кәрәк.

– Ҡайһы осраҡта баланы йыш ауырый тип иҫәпләп була?
– Йылына 4 – 5 тапҡыр һалҡын тейҙереп ауырыһа, баланың иммунитеты ҡаҡшаған, тип әйтергә мөмкин. Был осраҡта беҙ улар­ҙы иҫәпкә алабыҙ һәм иммунитетын нығытыу өсөн дауалау курсы тәғәйенләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер шифаханаларға путевка бүленә. Бындай балаларҙы шифаханаға дауаланырға ебәрәбеҙ, файҙаһы ҙур.

– Бала ауырығанда тән температураһын нисәгә тиклем төшөрөргә ярамай?
– Тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелгәнен көтәбеҙ. Сөнки шуға тиклем организм үҙе көрәшә, ә инде 38-ҙән һуң парацетамол кеүек температураны төшөрә торған препараттар бирергә мөмкин. Был бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға ҡағылмай, уларҙың температураһы күтәрелһә, шунда уҡ төшөрөү сараһын күрергә кәрәк.

– Һеҙҙең ҡарамаҡта нисә бала?
– Беҙҙә 18 йәшкә тиклемге 1277 бала иҫәптә тора. Көн һайын йорттан-йортҡа йөрөп, сабыйҙарҙың сәләмәтлегенә күҙәтеү алып барабыҙ. Бынан тыш, дауаханала ла ауырыуҙарҙы ҡабул итәбеҙ. Үҙәк дауахана булғас, тотош ауылдарҙан беҙгә киләләр. Эшем оҡшай, 30 йылдан ашыу бер урында эшләүемдең төп сере лә шунда.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға