«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Милли аш-һыуҙың йоғонтоһо ҙур»



03.04.2015 «Милли аш-һыуҙың йоғонтоһо ҙур»

«Милли аш-һыуҙың йоғонтоһо ҙур»Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы:


– Беҙҙең милли аштарыбыҙ дауалау йәһәтенән айырылып тора. Билдәле булғандарынан – ҡымыҙ, баш­ҡорт балы – солоҡ балы, һитәле бал, йүкә балы һәм башҡа төрҙәре, йылҡы ите. Былары – донъяға киң билдәле булғандары. Халыҡ араһында таралған, файҙаланылған, әммә профессиональ медицина белгестәре кимәлендә өйрәнелмәгән ризыҡтарыбыҙ бихисап. Әгәр улар өйрәнелеп, халыҡҡа тәҡдим ителһә, ни тиклем мәртәбә булыр ине. Мәҫәлән, буҙа, ҡурмас, талҡан, ҡорот, эркет һыуы, күбек май һәм айраны, ҡыҙыл эремсек, аҡ эремсек һәм һарҡытылған һыуы, әсе ҡатыҡ айраны, саламай, йүрмә, ҡаҙы, диетик ризыҡтарҙан – ыумас, балтырған ашы, йылҡы итенән әҙерләнгән төрлө ашамлыҡ. Борон-борондан ҡалған һәм әлегәсә һаҡланып килгән башҡорт аштары бит улар! Әсәй-өләсәйҙәребеҙгә оло рәхмәттән башҡа ни әйтәһең инде!
Сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итеүсе иҫ китмәле тағы бер сара барлығын иҫтән сығармағыҙ: ул – туған телдә йырланған йыр һәм моң. Моң – бер ни менән сағыштырғыһыҙ һәм алмаштырғыһыҙ дауалау сараһы, уның нервы күҙәнәктәренә тәьҫире ғәжәп. Шуның өсөн Тәңре-Хоҙай кешелек донъяһына һәм һәр мил







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға