«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Хәләл ризыҡ – һаулыҡ нигеҙе»



03.04.2015 «Хәләл ризыҡ – һаулыҡ нигеҙе»

«Хәләл ризыҡ – һаулыҡ нигеҙе»Гүзәл СИТДИҠОВА,
шағирә, билдәле йәмәғәт эшмәкәре:

– Сәләмәтлек – ул тыумыштан бирелгән ҡеүәт, аманат. Беҙҙән шул ҡеүәтте һаҡлай, хатта арттыра белеү талап ителә. Сәләмәтлекте һаҡламау – гонаһ. Кешенең үҙенә ҡарата бурыстарына, тәнен һәр төрлө ауырыуҙан һәм зарарлы нәмәнән һаҡлау менән бер рәттән, рух сәләмәтлеген хәстәрләү, насар һәм бысраҡ уйҙарға юл ҡуймау ҙа инә. Тәү сиратта дөрөҫ туҡланыу мөһим. Баш­ҡорттар, мосолман булараҡ, хәрәм һаналған ризыҡтан, иҫерткес эсемлектәрҙән тыйылыу менән бер рәттән, милли аш-һыуҙа өҫтәмә тыйыуҙар ҙа индергән, мәҫәлән, йөрәктең ҡапҡасын, туң майҙың биҙен алып ташларға ҡушылған.
Баланы хәләл һөтөң менән туйындырыуҙан башлап ғүмер буйы хәләл ризыҡ менән туҡланыу – сәләмәтлек нигеҙе. Динебеҙҙәге ризыҡҡа бәйле тыйыуҙар юҡтан килеп сыҡмаған ул. “Хәләл” һәм “хәрәм” тигән һүҙҙәр – рөхсәт ителгән һәм тыйылған тигәнде аңлата. Ә нимә тыйыла һуң динебеҙҙә? Бары тик сәләмәтлеккә зыян килтергән нәмәләр.
Икенсенән, көн режимын билдәле бер тәртиптә үтәү сәләмәтлек өсөн ныҡ файҙалы. Бер үк ваҡытта торор­ға һәм ятырға, тейешенсә йоҡларға һәм бер үк ваҡытта ашарға кәрәк.
Ошо кәңәштәрҙе тотҡанда, һаулығыбыҙ ныҡлы, күңелебеҙ көр булыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға