RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яуызлыҡты еңер көс бармы?

02.07.2011 Яуызлыҡты еңер көс бармы?

Ер шарын йыһандан күҙәтһәң, ус төбөнә һыйырлыҡ ҡына, ҡараңғылыҡта, саф, матур төҫтәргә төрөнгән бәләкәс кенә бер туп кеүек кенәлер. Әгәр ҙә уны ситтән генә һоҡланып, берәй сит планета вәкиле күҙәтһә, ошо бәләкәс кенә туп – Ер шары үҙ күсәре буйлап талғын ғына өйрөлгәнен күҙ алдына ла килтерә алмаҫ ине бит!
Планетабыҙҙа барыһы ла бар... Сая бөркөттәр оялаған ғорур ҡаялар, ынйы-мәрйен кеүек теҙелеп киткән икһеҙ-сикһеҙ күл-даръялар, гиҙеп сығып булмаҫлыҡ ҡалын урмандар, тағы ла әллә күпме файҙалы ҡаҙылма, ҡомартҡы... Халҡыбыҙҙың оло йөрәкле сәсәндәре, бөйөк шағирҙары ла данлап бөтә алмаҫлыҡ! Башҡортостаныбыҙҙа һәр ҡарыш ер һәйкәлгә лайыҡ! Ана шул матурлыҡҡа һоҡланып, уны данлап яҙ ҙа яҙ ине ул, ләкин ул турала түгел шул әйтер һүҙем....
Шул бәләкәй генә Ер шарында, бөтә кешелекте баҫып алған ҙур афәт – эскелек хөкөм һөрә. Бөтә ғаләм ахырызаман тураһында һөйләй. Күптәре ҡурҡып, ә бәғзеләре ҡыҙыҡ тойоп, шуны көтә. Ә тирә-яғындағы насарлыҡты күрмәй ҙә, иғтибар ҙа итмәй, эскелек һаҙлығына батып бара. Ошо үҙе ахырызаман түгелме ни?
Илебеҙҙе туҙан кеүек ҡаплап алған алама ғәҙәт – эскелектең зыяны тураһында яҙып тораһы ла юҡ. Халыҡ әйтемдәре лә бихисап! «Йылға башы – шишмәнән, эскелек башы – шешәнән», «Алла иттең һин үҙеңә тик хәмерҙе, һинең өсөн донъяла ул – иң ҡәҙерле», «Беләһеңме, ҡорҙаш, шайтан һыуы һиңә ҡаҙып ҡуйған күптән инде тар ҡәберҙе». Бәләкәй баланан алып олоһона хәтлем эскелектең һаулыҡҡа зарарлы икәнен, әхлаҡи талаптарға ҡаршы килгәнен, айыҡ аҡыл менән йәшәүҙең – ҙурлыҡ, ә эскелектең хурлыҡ икәнен белә. Шуға ҡарамаҫтан, үҙҙәренең тормоштарын шайтан һыуы менән бәйләүселәр, уға Аллаға табынған кеүек табыныусылар йылдан-йыл арта бара.
Эскелеккә ҡаршы кешелек борон-борондан көрәшеп килгән. Мәҫәлән: батша Петр I ваҡытында эскелек менән мауыҡҡан кешенең муйынына «Эскелек өсөн миҙал» тип яҙылған тимерҙе бығау менән элгәндәр. Уның ауырлығы 16 килограмм булған. Эскелектән баш тартҡанға хәтлем шул бығау менән йөрөргә мәжбүр булғандар. Ә ҡытай императоры Ву-Вонг эскелеккә һабышҡан кешене үлем язаһына тарттырған. Боронғо Һиндостанда ла иҫерткестәргә ҡаршы әүҙем көрәш барған. Унда инде, эскесенең маңлайына ҡыҙған тимер менән «эскесе» тигән тамға һалғандар. Һуңынан, әлбиттә, был кешене йәмғиәт үҙ итмәгән. Бының кеүек миҫалдар бихисап. Һәр быуат был афәткә ҡаршы көрәшергә тырышҡан.
Республикабыҙҙа «Айыҡ ауыл» акцияһы ҡолас йәйә. Был хәрәкәт үҙ маҡсатына өлгәшер һәм башҡа илдәр ҙә Башҡортостандан матур үрнәк алыр, тигән өмөт бағлайыҡ. Киләсәк быуын айыҡ аҡыллы булһын, илебеҙ күкрәп сәскә атһын.

Лилиә МИҢЛЕБАЕВА,
Башҡорт дәүләт университетының
Сибай институты студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…