19.09.2014 Эскә шыйыҡлыҡ тултырып ҡына ҡеүәтләнеп булһа…
Кеше күптән инде ашҡаҙанына төрлө нәмәләр тултырып ләззәтләнергә өйрәнгән. Ашаймы ул, эсәме, мөһим түгел, ә шул “эше”нән дәрт, көс алыуы мөһим инде. Ашауҙы ҡалдырып торайыҡ, ә бына эсемлектәрҙән ниндәйе шәп һуң? Йәштәрҙең байтағы, энергетик эсемлек (тоник тип йөрөтәләр), тип яуаплар, моғайын. Береһе ҡанатландыра, икенсеһе беҙҙең “аҡлы-ҡаралы” тормошҡа сағыулыҡ өҫтәй, өсөнсөһө хәҙер әйтеүе генә лә модалы һаналған адреналин “ҡоя”. Газлыһы, әҙ миҡдарҙа алкоголь ҡушып эшләнгәндәре бар. Аһ-аһ, борон заманда энергетик эсемлектәрһеҙ нисек йәшәнеләр икән? Бер банка эсәһең дә, өр-яңынан тыуғандай булып, артабан йәшәй башлайһың. Кем әйтмешләй, әп-рәхәт. Батарейканы рекламалаған ҡуян кеүек, һәр ерҙә һин беренсе, арымайһың да, туҡтамайһың да. Эйе, әлеге эсемлектәрҙе лә тап шундай итеп рекламалайҙар бит. Алкоголһеҙ энергетик эсемлектәр һатыу Рәсәйҙә йылына 20 миллион литр менән иҫәпләнә. Йәнә лә энергия бирә торған алкоголле коктейлдәр ҙә киң таралды. Шул уҡ ваҡытта уны ҡулланыусылар араһында артыҡ уңыш ҡаҙанғандар артманысы. Энергия биргәс, тим дә. Киреһенсә, дауаханаларға эләккән егет-ҡыҙҙар ҙа осрай. Күп эсеп. Беҙҙә туҡтай алмау йолаһы бар.
Ысынмылыр-бушмылыр, РФ Дәүләт Думаһы илдә әҙ алкоголле энергетик эсемлектәрҙе тулыһынса тыйырға тип тағы бер “талпынып” ҡарарға булған. “Ғәҙел Рәсәй” партияһы депутаттары тырыша. Бер ынтылғайнылар бит инде, ул саҡта беҙҙә баяғы эсемлектәрҙе етештереү һәм һатыуҙы бөтөнләй тыйыу Таможня союзы регламентына тура килмәй булып сыҡты. Яңы закон проектында етештерергә түгел, ә һатырға ғына рөхсәт бирмәү хаҡында бәйән ителгән. Был башланғысты Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш наркологы Евгений Брюн күтәреп алған. Ул “энергетиктар”ға ҡаршы байтаҡтан көрәшә икән. Етмәһә, бындай эсемлектәр донъяның күп илендә тыйылған да инде. Был йәһәттән беҙгә Франция, Дания, Норвегия, АҠШ-тан өлгө алырға кәрәк. Әйткәндәй, Рәсәйҙә лә улар дүрт төбәктә һатылмай – Краснодар крайында, Ростов өлкәһендә, Чечняла һәм Чукоткала.
Нимә ул?
Көнбайышҡа “рәхмәт”! Беҙҙе нимәгә генә өйрәтһә лә, ауыҙҙы асып ҡабул итәбеҙ һәм аҙаҡтан үҙҙәренән дә арттырып ебәрәбеҙ. Энергия бирә торған эсемлектәр ҙә беҙгә шул яҡтан килде. Ҡасан, тип һорамаһағыҙ ҙа була. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында иреккә сыҡты бит ил халҡы. Күп йүнһеҙлек шул ваҡытта башланды. Асыҡтан-асыҡ. “Энергетиктар”ҙы ла тәүҙә еңел наркотик итеп эскәндәр. Башлыса йәштәр. Әле лә шулай. 20 – 30 йәштәрҙәге егет-ҡыҙҙар улар. Үҙҙәре әйтеүенсә, әүҙем тормош алып баралар, модалы һәм стиллеләр, килемдәре уртасанан юғары, тәжрибә яраталар. Ирен сите менән йылмайып әйткәндә, үҙ организмына үҙҙәре тәжрибә яһай инде.
Энергия биреүсе эсемлектәрҙең составына күҙ һалайыҡ. Улар ныҡ газлы. Йәнәһе, һөҙөмтәһе шундуҡ була ла, компоненттары тиҙ үҙләштерелә. Ошо юлдарҙың авторы алкоголһеҙ, тонус биреүсе (тонизирующий, йәнәһе) энергетик эсемлектең 0,25 литрлыҡ бер һауытын алып, тәжрибә рәүешендә бер аҙ тәмләп ҡараны. Бер ниндәй ҙә көс өҫтәлгәнен тойманы, ахыры, организм ҡеүәтле шыйыҡлыҡтан көслөрәк булып сыҡты. Уның ҡарауы, йөрәге оҙаҡ ваҡыт “лепелдәп” тик торҙо. 18 йәшкә тиклемгеләргә, ололарға, бала көткән һәм имеҙгән ҡатындарға, йөрәге, нервылары сирлеләргә, йоҡоһоҙлоҡтан интегеүселәргә ярамай тип яҙылған. Консерванттар, буяуҙар йәлләмәй ҡушылған. Кофеины бар. Таурин иң күбе. Витаминдар исемлеге лә теҙеп яҙылған.
Нимә ул таурин? Уның аңлатмаларында кислота һүҙе байтаҡ ҡушыла. Аҙыҡ өҫтәмәһе һәм дауа сараһы булараҡ ҡулланыла. Немец ғалимдары тарафынан иң беренсе үгеҙ үтенән алынғанлыҡтан, атамаһы латинса “таурус – үгеҙ” тигәндән алынған. 18 йәштән кесерәктәргә һөҙөмтәһе лә, хәүефһеҙлеге лә өйрәнелмәгән, шунлыҡтан был матдәгә баланың реакцияһы көтөлмәгән булыуы ихтимал. Әйткәндәй, медиктар асыҡлауынса, таурин өлкән кеше организмына бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай, имеш. Йәғни файҙаһы ла, зыяны ла юҡ. Ябай итеп әйткәндә, үгеҙ үтен былай ғына эсеүгә тиң инде.
Етештереүселәр маҡтауынса, “тоник”-эсемлектәр организмды ҡеүәтләндерә. Һуң, составында ҡуҙғытҡыстар булһын да. Тик, һәр нәмәнең аҙағы була, тигәндәй, энергия ике-өс сәғәттән бөтә лә ҡуя. Организм тағы өҫтәмә һорай. Ә медиктар, бындай эсемлектәрҙе тәүлегенә бер һауыттан да артыҡ эсергә ярамай, ти. Йәштәр быны тыңлап тора инде.
Әлеге эсемлектәр менән ныҡ мауығып китһәң, йөрәгеңдең көсһөҙләнә барыуын көт тә тор. Бер саҡ төндә лә йоҡлай алмай башларһың.
“Ыңғай” һәм ”кире” яҡтары
Мөмкин тиклем ғәҙел булырға тырышып, “энергетиктар”ҙың яҡшы яҡтарын да билдәләгән сифаттарға күҙ һалайыҡ.
– Мейе эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.
– Составында витаминдар һәм глюкоза бар.
– Күңелегеҙгә ятҡанын таба алаһығыҙ – берәүҙәрендә кофеин күберәк, икенселәрендә витамин һәм углеводтар.
– Ҡәһүәнең һөҙөмтәлелеге 1 – 2 сәғәт кенә күренә, ә “энергетик” 3 – 4 сәғәткә һеҙҙе әүҙем итә.
– Һауыты бик уңайлы.
Кире яҡтарын һанайыҡ.
– Көнөнә бер-ике банканан да артыҡ эсергә ярамай.
– Быларҙағы витаминдар барыбер мультивитамин комплексын алмаштыра алмай.
– Ҡан баҫымы һәм йөрәге менән проблемалары булған кешеләргә эсергә ярамай.
– Эсемлек кешегә энергия бирмәй, ә эскән саҡта кеше үҙенең организмындағы энергияны файҙалана.
– Кофеин, стимуллаштырыу препараты булараҡ, нервы системаһын ҡаҡшата. Бәйлелек барлыҡҡа килеүе ихтимал.
– Йәш организмға зарарлы.
– Составындағы В витамины йөрәк тибешен йышайта, ҡул-аяҡтар ҡалтырауы ла мөмкин.
– Кофеин организмдан һыуҙы “ҡыуа”.
– Тониктарҙа глюкоронолактон бар. Ике банка эсһәгеҙ, был матдәнең тәүлек нормаһын 500 тапҡыр артыҡ ҡулландығыҙ тигән һүҙ. Ул беҙҙең организмда нимәләр “эшләгәнен” хатта ғалимдар ҙа асыҡлап бөтмәгән.
Һығымта яһағыҙ инде – файҙаһы күпме, зыянымы?
Әйткәндәй
Организмға файҙаһы күп булған эсемлектәрҙе лә белгестәр асыҡлап ҡуйған (бөтә нәмәне белеп тора үҙҙәре!). Исемлеккә һөт, йәшел сәй, ҡайнар шоколад, какао, әфлисун һәм мүк еләге (клюква) һуттары, бөтнөк сәйе ингән. Берәмләп туҡталғанда, сәйҙе, мәҫәлән, ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсһәң, яҡшыраҡ була. Йәшеле йөрәкте һаҡлай, һөйәктәрҙе нығыта, бөтнөктөкө тынысландыра, аш һеңдереүҙе яйлай. Әфлисун һуты иммунитетты күтәрә, мүк еләгенең дә әллә нисәмә һаҡлаусы һәләте бар. Һөттә витаминдар етерлек, эҫе шоколад менән какао ла йөрәккә яҡшы йоғонто яһай. Тағы бер бик шәп эсемлек – ул таҙа һыу. Бер ниндәй ҙә “энергетик” кәрәкмәй.
Кем нимә эсә? Һорашыуҙар күрһәткән – халыҡтың 81 проценты эсәр һыу һатып ала. Унан һуң һуттар, морс, нектарҙар килә – 65 процент. Кеүәҫте 57 процент кеше һайлаһа, минераль һыу алыусылар – 53 процент. Төрлө газлы һыуҙар, лимонадтар кешеләрҙең 49 процентын ҡыҙыҡһындыра.
Светлана АНДРИЕВСКИХ, психиатр:
– Энергия биреүсе эсемлектәрҙәге психостимуляторҙар бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Сәй менән ҡәһүә лә психостимулятор ул. Кеше эсһә, хәл инеп китә, кәйефе күтәрелә, йоҡоһо оса. Әммә адреналин наркотик кеүек бәйлелек булдыра. Шуға ла нервылары ҡаҡшап торғандарға “энергетиктар”ҙы күп һемерергә ярамай.
Андрей КОШЕЛЬ, гастроэнтеролог:
– Ашҡаҙан-эсәк юлдарына зыяны күп. “Кока-кола”ны ғына алайыҡ. Ул 99,9 процент химиянан тора. Быны яратыусылар бик тиҙ гастритҡа дусар була. Йәштәр араһында сирлеләр һаны арта. Шуны онотмағыҙ – ас ҡарынға “энергетик” эсеү бик зарарлы.
Эльвера ДАУДОВА, кардиолог:
– Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына был эсемлектәрҙән бер файҙа ла юҡ. Уларҙың составындағы кофеин менән таурин ҡан баҫымын күтәрә, пульсты йышайта, аритмия хәүефе булдыра. Ни тиклем йышыраҡ эсһәгеҙ, сәләмәтлегегеҙ ҙә шул тиклем тиҙерәк ҡаҡшаясаҡ. Тынысыраҡ ритмда йәшәүсе кешенең ғүмере оҙон була, тигән фекер ҙә бар.
һандар һәм факттар
g Кардиологтар шундай тәжрибә үткәргән – 15 сәләмәт кешене һайлап алған да (әлбиттә, теләк буйынса), ҡан баҫымын үлсәп, ике аҙна дауамында көнөнә ике банка “энергетик” эсергә ҡушҡан. Һөҙөмтәлә тегеләрҙең йөрәк тибеше тәүге көндә үк һигеҙ процентҡа йышайған, һуңғы көндә инде 11 процентҡа уҡ артҡан. Ҡан баҫымы ла 8 – 10 процентҡа күтәрелгән.
g Австралия белгестәре тикшереүҙәр үткәреп, шундай һығымта яһаған – составында шәкәре булмаған “энергетиктар” тромбтар барлыҡҡа килеүен көсәйтә, йөрәк өйәнәге, инсульт хәүефе лә арта.
g Энергия биреүсе эсемлектәрҙең тәьҫире тулыһынса өйрәнелмәгән, ә үлем осраҡтары бар.
g 2010 йылдан АҠШ-та кофеин булған алкоголле энергетик эсемлектәр һатыуҙан тулыһынса алынған. Властар уның һаулыҡҡа зарарын аңлаған. Илдә “энергетик”ты артыҡ эсеүҙән бер нисә кеше үлгән. 14 йәшлек ҡыҙ бала хатта ике банка эсеүҙән йән биргән.
g 2001 йылда Швецияла бер ҡатын дискотекала энергиялы эсемлеккә алкоголь ҡушып ике порция эскәндән һуң ҡолаған да үлгән.
g Банкаға бик текләп ҡараһағыҙ, ваҡ хәрефтәр менән яҙылған “Көнөнә ике банканан да артыҡ эсмәҫкә” тигән яҙыуҙы күрерһегеҙ.