RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

11.07.2014 Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!

Бынан бер нисә йыл элек спиртлы эсемлектәрһеҙ туй үткәреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаһаҡ, хәҙер күптәр быны ғәҙәти күренеш, хатта заман модаһы һымаҡ ҡабул итә һәм шуға ынтыла башланы. Нимә генә тиһәк тә, халҡыбыҙ заман сиренә ҡаршы көрәшергә, үҙен нисек булһа ла “йәшел йылан” ағыуынан һаҡлар­ға тырыша.


Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!Һуңғы йылдарҙа халыҡтың сәләмәт йәшәү рәүешенә, айыҡ тормошҡа нығыраҡ ылыға барыуы, был йәһәттән ҙур эштәр башҡарыуы ҡыуандыра. Изге эшкә етәкселек, ауыл хакимиәттәре генә түгел, матур тормошҡа битараф булмағандарҙың барыһы ла тиерлек үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ошо урында республикала “Айыҡ ауыл” акцияһын башлап ебәргән йәмәғәт хәрәкәтенең тырышлығын баһалап китмәйенсә булмай. Йәштәр инициативаһы менән башланып киткән акцияла беҙҙең райондың Абҙаҡ, Рысыҡай ауылдары ҡатнашты һәм матур һөҙөмтәләргә иреште. Быйыл бындай теләкте Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Бирҙеғол халҡы белдер­ҙе.

Әлбиттә, ниндәйҙер яңы эшкә тотонғанда төрлө кәртәләргә, ауырлыҡтарға осрарға, ике яҡлы фекерҙәрҙе ишетергә лә тура килә. “Айыҡ ауыл” акцияһын да халыҡ төрлөсә ҡабул итте. Берәүҙәре шикле генә мыйыҡ аҫтынан көлөп ҡуйһа, икенселәре, юҡ менән булышалар тип, башҡаларҙы ла шуға ышандырырға тырышты. Ә бына өсөнсөләре, бер нәмәгә лә ҡарап тормай, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Һуңғыларының әүҙемлеге менән сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты ошо тормошҡа ылыҡтырыу буйынса күп кенә ыңғай эш башҡарылды тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын. Акцияла ҡатнаш­ҡан ауылдарҙағы ҡайһы бер аныҡ күренештәрҙе быға миҫал итеп килтерергә булыр ине. Мәҫәлән, айыҡ туйҙар үткәреү, ошо өлгөгә эйәреүселәр күбәйҙе, үлемгә ҡарағанда тыуым артты, өйҙән йәшереп спиртлы эсемлек һатыусыларға ҡарата контроль көсәйҙе, хужалары менән килешеп, магазиндарҙа араҡы, һыра һатыу тыйылды, ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләр араһында аңлатыу эштәре алып барылды һәм башҡалар.

Тик шуныһы ҡыҙғаныс, ҡайһы берәүҙәр, проектҡа ҡушылыу менән бөтә эскән кешеләрҙе бер юлы айыҡтырып бөтөргә тейештәр, тип уйлай. Был һүҙҙәрҙе акцияның төп маҡсатын аңламаусылар ғына әйтәлер, тип уйлаһаҡ, дөрөҫөрәк булыр. Ысынында иһә проект хәмерле һәм айыҡ тормоштоң айырмаһын тойор­ға, “йәшел йылан” ағыуының ни тиклем мәкерле, яһил булыуын тағы бер ҡат иҫебеҙгә төшөрөргә, уның эҙемтәләрен аңлатырға тырыша. Быйыл проектҡа ҡушылған Бирҙеғол ауылы халҡына ла әллә күпме ауырлыҡ менән осрашырға, бик күп кеше менән аралашырға тура киләсәк. Ауылының киләсәге өсөн битараф булмағандар был йәһәттән ең һыҙғанып эшкә тотон­ған да инде. Бөгөн бирҙеғолдарҙы ситтән күсеп килеүселәрҙең бәйһеҙ тормош алып барыуы, йорттарында эскелек ойоштороуы, сит ғаилә тормошон боҙоуы борсой. “Ситтән күсеп килеп, аҙғын тормош алып барған әҙәмдәрҙе ауылдан ҡыуырға ине. Улар яйы сыҡҡанда эскенән баш тарта алмаған ауылдаштарыбыҙҙы эскелек һаҙлығына батырып ҡына ҡалмай, йәш быуынға ла алама үрнәк күрһәтә. Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында эшләп йөрөгән, эске менән мауыҡҡан ҡайһы бер ир-егеттәребеҙгә лә ныҡлы тыйыу кәрәк. Нәҡ шундайҙар арҡаһында “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуыбыҙ бәҫен юғалтасаҡ, шул етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрмәйенсә алға ынтылыуыбыҙ башҡаларҙа көлкө тыуҙырасаҡ”, – тип үртәнде ошо ауылда ғүмер иткән бер апай. Уның был борсолоуҙарын Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Мөф­тәхетдиновҡа еткерҙек.

– Үкенескә күрә, эскеселәргә, амораль тормош алып барыусы­лар­ға нәфрәтебеҙ ни тиклем генә көслө булмаһын, был өлкәлә лә бик һаҡ эш итергә тура килә. Һәр кем үҙе теләгән ерҙә йәшәргә, балалар үҫтерергә хоҡуҡлы. Шуға күрә бер кемде лә анһат ҡына ауылдан ҡыуыу, йә балаларын тартып алыу еңел эш түгел. Шулай уҡ, эсеп аҡылын юғалтҡандарҙы ла, хәмер ҡоллоғона бирелеп, яҡындарын йәберләүселәрҙе лә үҙ иркенән тыш дауаланырға ебәреп булмай. Был осраҡта закон бөтә нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алырға, кешенең конституцион хоҡуғын һаҡларға ҡуша. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, эсергә яратыусылар менән профилактик саралар үткәрелә, уларҙың һәр аҙымы тиерлек контролдә тотола. “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылыуҙы ла дөрөҫ аңларға кәрәк. Ул оҙаҡ йылдар эскән кешеләрҙе бер көндә генә айыҡтырып, һатыуҙағы бөтә спиртлы эсем­лектәр­ҙе алып бөтөүҙе аңлатмай. Тәү сиратта, айыҡ тормош өсөн тырыш­ҡандарҙың инициативаһын етәкселек кенә түгел, бөтәбеҙ бергәләп күтәреп алырға, ошо йүнәлештә ярҙам итергә тейешбеҙ. Сәләмәт тормошто популярлаштырыу, йәшендә лә, олоһонда ла ошондай тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатынан төрлө профилактик һәм мәҙәни, спорт саралары ойошторолорға тейеш. Нин­дәйҙер һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн был башланғысты акция тамамланғас та дауам итергә, тырышып эшләргә һәм етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәшергә тура киләсәк.

Бирҙеғолдар быйыл үҙ теләге менән “Айыҡ ауыл” акцияһына ҡушылды. Халыҡта сәләмәт йәшәүгә теләк, ынтылыш булыуы ҡыуандыра. Шуға күрә урындағы хакимиәт тә уларҙың инициативаһын хуплап күтәреп алды. Теләк булғас, күмәк көс менән ниәтебеҙгә ирешербеҙ тип ышанам. Әлегә етешһеҙлектәр булһа ла, уларҙы бөтөрөү буйынса ныҡлы эш башлан­ған. Ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро булдырылды. Яҙын уҙғарылған йыйылыш барышында башҡарыласаҡ эш планы төҙөлдө. Шул ваҡытта планға индерелгән ҙур эштәрҙең береһе – ауыл зыяратын төҙөкләндереү күмәк көс менән тормошҡа ашырылды ла инде. Ауыл халҡының ҡабул иткән пландарын, ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәкселеге ҙур ярҙам күрһәтә. Ул – биләмә территорияһында халыҡты эш менән тәьмин иткән берҙән-бер етди предприятие. Етәксеһе Фәнүр Әлибаев хеҙмәткәрҙәренең эшенә генә түгел, шәхси тормошона ла талапсан ҡарашта. Эсергә яратҡан хеҙмәткәрҙәр менән ныҡлы аңлатыу эштәре алып бара, уларҙың ғаилә тормошон да күҙ уңынан ысҡындырмай. Дөйөм алғанда, Бирҙеғол халҡы дәртле, тырыш. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлап, сәләмәт быуын үҫтерергә ниәтләнгәнбеҙ икән, һис шикһеҙ, быға ирешербеҙ тип ышанам, – тине Ғайса Ғәбделхаҡ улы.

Һуңғы йылдарҙа айыҡ тормошто пропагандалау һөҙөмтәләрен, яңы проекттың яйлап ҡына булһа ла үҙ эшен эшләүен күрмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек спиртлы эсемлектәрһеҙ туй үткәреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаһаҡ, хәҙер күптәр быны ғәҙәти күренеш, хатта заман модаһы һымаҡ ҡабул итә һәм шуға ынтыла башланы. Нимә генә тиһәк тә, халҡыбыҙ заман сиренә ҡаршы көрәшергә, үҙен нисек булһа ла “йәшел йылан” ағыуынан һаҡларға тырыша. Яңыраҡ ҡына “Бәй­ләнештә” селтәрендә Гүзәл Сит­диҡованың яҙмаларына юлыҡҡайным. Ул республикабыҙҙағы бер район (райондың исемен сер итеп ҡалдыра) халҡының эскелек менән көрәшеүҙең яңы алымын уйлап табыуын һәм боронғо йоланы тергеҙеүен яҙғайны. Баҡһаң, өйөнән “шайтан һыуы” һатҡан “сауҙагәр­ҙәр”ҙе нисек тыйырға, эскеселәрҙе нисек айыҡтырырға белмәгән ауыл халҡы күмәкләшеп яланға сығып, мулла саҡырып, уларға ҡарата бәддоға уҡый икән (бәддоғаның насар теләк, ҡарғыш булыуын барыһы ла яҡшы аңлайҙыр). “Ошонан һуң ауылда эсеү бермә-бер кәмегән. Бына бит – милләт үҙен-үҙе һаҡлау юлын эҙләп таба!” – тип яҙа Гүзәл Рамазан ҡыҙы. Был яҙмаға ҡарата төрлө фекерҙәр әйтелгәйне. Кемдер ҡаршы төшкән, кемдер хуплаған. “Йола? Бәддоға уҡыу ҙа хәҙер йола булып киттеме инде? Бәддоға һәм ҡарғыштары үҙ баштарына төшөр, тип уйламаймы һуң муллаларығыҙ?” – тип яҙа береһе.

Эскесегә иман да, оят та юҡ, тиҙәр. Шуға күрә, ҡарғыш менән булһа ла ҡурҡытып, милләттәшен шешә ҡоллоғонан тартып алырға тырышҡандыр ауылдаштары. Күрә­һең, ниндәйҙер боронғо йолаларҙы иҫкә төшөрөү халыҡтың сараһыҙлыҡтың сигенән сығып эшләгән һуңғы әмәле булғандыр. Матур, айыҡ тормошта йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар бөгөн. Тыныс таңдарыбыҙҙың, аяҙ күгебеҙҙең ҡәҙерен белеп, бер ниндәй бәддоғаһыҙ, ҡарғыштар алмай ғына йәшәй белһәк ине.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…