06.06.2014 “Иң мөһиме – сәләмәт булығыҙ”
Төбәк башлығы Республика балалар клиник дауаханаһының бәләкәй пациенттарын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ҡотланы.
1 июндә дауахана биләмәһендәге майҙанда бәләкәй пациенттар өсөн байрам ойошторолдо. Балалар таһыллыҡҡа, етеҙлеккә һәм зирәклеккә ярышты. Бында шулай уҡ асфальтта һүрәттәр төшөрөү конкурсы уҙғарылды, театрлаштырылған тамаша һәм Ҡурсаҡ театрының спектакле күрһәтелде.
Байрамға БР Президенты Рөстәм Хәмитов та килгәйне.
– Беҙҙең өсөн йылдың һәр көнө балаларҙы яҡлау көнө булып тора.
Ата-әсәләрҙе ҡотлағым килә. Һеҙгә көс, сабырлыҡ насип итһен. Балаларға тиҙерәк һауығып китеүҙәрен теләйем. Һәр ҡайһығыҙҙың кәйефе күтәренке булһын. Табиптар мөмкин тиклем барыһын да эшләп, һеҙҙе аяҡҡа баҫтырһын. Һеҙҙең ауырыуҙарығыҙ бөтһөн, сәләмәт булығыҙ. Байрам менән! Барығыҙға ла изгелек теләйем! – тип тәбрикләне Рөстәм Хәмитов.
Әйткәндәй, аҙна дауамында Республика балалар клиник дауаханаһында “Йылмайыу” операцияһы» исемле хәйриә акцияһы үтте. Уның барышында 55 балаға операция яһалды.
Рөстәм Хәмитов яңаҡ-бит хирургияһы һәм отоларингология бүлектәрен ҡараны, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән аралашты, бүләктәр тапшырҙы һәм бөтә илдән килгән табиптарға рәхмәт әйтте. Ике арала тәжрибә уртаҡлашыу мөһим, тип билдәләне Президент.
Аҙаҡтан Рөстәм Зәки улы дауахананың баш табибы Рөстәм Әхмәтшинға медицина ҡорамалдары һатып алыуға 5 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы.