RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Изгелек изгелек булып ҡайта

06.06.2014 Изгелек изгелек булып ҡайта

Изгелек изгелек булып ҡайтаҺүҙ кемдәр хаҡында, тиһегеҙме? Социаль хеҙмәткәрҙәрҙе күҙ уңында тотоуым. Хеҙмәттәре еңелдән түгел: физик эш башҡарыу менән бер рәттән, ниндәйҙер кимәлдә психолог та булыу мөһим. Бынан тыш, ҡағыҙ быуаты заманында оло йәштәгеләрҙең документтарын юллау йәиһә түләү ҡағыҙҙарын еренә еткереүме – барыһы ла уларға йөкмәтелгән. Юҡ, йәлләргә йыйынмайым, киреһенсә, һоҡланыуҙан яҙыла был һүҙҙәр. Ҡайһы бер замандаштарыбыҙ әйтмешләй, ололар бағыусы ғына түгел, тормоштарына нур һәм ҡот өҫтәүсе лә улар бит.
Сибай ҡалаһының Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгендә өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге эшләп килә. Альбина Харисова етәкләгән бүлектә 34 хеҙмәткәр иҫәпләнә, уларға иһә 310 оло йәштәге кеше беркетелгән.

– Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр ололарҙы донъя менән тоташтырыусы звено ролен үтәй, – ти эшмәкәрлектәре хаҡында Альбина Рафаэль ҡыҙы.
Алдынғыларҙың береһе – Дилә Сараева оло яуаплылыҡ талап иткән эшкә бынан ун өс йыл элек килә. Йәшлек дәрте ташып торған, өлкән йәштәгеләр менән күңел биреп аралаш­ҡан ҡатын хеҙмәт юлын башлағанда әллә ни ауырлыҡ тоймай. Бөгөн дә үҙенең иҫәбендәге ун кешенең һәр береһен аҙнаһына ике тапҡыр ҡарарға ла, комплекслы үҙәктә уҙғарылған сараларҙың уртаһында ҡайнарға ла өлгөрә. Һәр саҡ ошо йүнәлештә камиллашыуҙы алға ҡуйған Дилә Рәшит ҡыҙы ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетын тамамлаған. Ниәте киләсәктә лә бер урында туҡталып ҡалмау.
– Социаль хеҙмәткәр һөнәре, йыйыштырыу эштәренән тыш, медицина, коммуналь хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау өлкәләрендә белемле булыуҙы талап итә. Ваҡыт менән иҫәпләшмәҫкә тейешһең. Йылдар үткән һайын тәжрибә туплай барыуыңды һиҙәһең: өлкәндәргә ҡарата иғтибарың, һөйөүең тағы ла нығыраҡ арта, – тип фекере менән уртаҡлаша әңгәмәсем.
Әлеге мәлдә өлгөр ҡатынға, аныҡ участка билдәләнмәгәнгә күрә, ҡаланың бер осонан икенсеһенә барып етеү әллә ни тормай. Хатта, әбей-бабайҙарҙы дауаханаға йәки социаль яҡлау идаралығына алып барыуҙы, улар менән бергәләп йөрөүҙе изге эше, тип һанай.
74 йәшлек Флүрә Таңғатарова ла уның эшенән ҡәнәғәт.
– Үҙемдең ҡыҙым кеүек күрәм, – тип йылмая ул. – Аҙнаһына ике тапҡыр ғына килеп ҡалмай, ә көн һайын хәлемде белешеп тора, кәңәштәрен бирә, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша.
Күптән түгел бер танышым, Сибайҙағы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплексы үҙәге директоры Илһам Әбделғужиндың эшмәкәрлегенә һоҡланам, тигәйне. Уйламаған ерҙән төрлө акциялар, мәрхәмәтлек саралары уйлап сығара: былтыр арзан хаҡҡа ғына социаль йүнәлештәге кейемдәрҙе йүнәтеү оҫтаханаһы асып ебәрҙеләр, бер нисә йыл инде тормошта ауыр хәлдә ҡалғандарға социаль туҡланыу ойошторола, бөҙрәхана эшләй.
Ысынлап та, изгелек булған ерҙә яҡшылыҡ та була, киләсәккә өмөт-ышаныс менән ҡарау мөмкинлеге бар. Иң мөһиме – изгелек үҙеңә икеләтә-өсләтә ҡайтыуын онотмаһаҡ ине.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…