17.05.2014 Атаҡ, ниңә шулай һимерҙең?
Беҙҙең тормошҡа реклама ныҡ инеп урынлашты. Хәҙер хатта телетапшырыуҙарҙы ла унһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Биш минут реклама ваҡытында өлгөрҙәр әллә нимәләр эшләп өлгөрә. Оҙағыраҡ реклама булмай торһа, көтә башлайбыҙ. Бына шул реклама араһында мотлаҡ ябыҡтырыу саралары хаҡында ла һөйләнелә. Лаҡап та сыҡҡайны бит әле. Йәнәһе, Рәсәйҙә иң төп проблемалар – ҡауаҡлы сәс тә һимеҙлек. Рекламаланған шампундарҙы, ябыҡтырғыс сәйҙәрҙе күҙ уңында тотоп әйткәндәрҙер. Ысынлап та, ябығыу өсөн ниндәй генә рецептар юҡ хәҙер. Минең күршем, үҙе әллә ни тулы ла булмаған йәш ҡатын, ябығам, тип, ҡыланмағанын ҡалдырманы. Йәш ҡыҙҙарҙың һимермәҫ өсөн ашамай йә ҡолаҡ ишетмәҫ диеталарҙы тотоп, ауырыуға әйләнеүе тураһында ла йыш ишетәбеҙ.
Һимереү шул тиклем ҙур проблемамы? Ни өсөн йыуаная һуң кеше? Ниңә һимеҙлекте глобаль һәләкәт йә XXI быуат эпидемияһы тиҙәр? Бер сама ауырлыҡта ҡалыр өсөн ни эшләргә? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ әле.
Борон һимеҙлек кәрәк булған, имеш
Әллә нисәмә быуат элек йәшәгән бөйөк рәссамдарҙың картиналарында һүрәтләнгән тулы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күргәнегеҙ барҙыр. Беҙҙең ҡалыптарға һалғанда, улар бөтөнләй матур түгел. Белеүегеҙсә, беҙгә 90х60х90 нисбәте нығыраҡ оҡшай. Ә бына борон тап тулылар матурлыҡ эталоны булған икән. Улай ғына ла түгел, өҫтөнлөктәре лә бихисап булған. Мәҫәлән, тәнеңдә май булһа, һин аслыҡ ваҡытында ла бирешмәйһең. Был – дала, тау-таш араһында ашарға эҙләп көндәр, айҙар буйына һунар итеү заманынан ҡалған инаныс. Тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлек, түллелек символы һаналған.
Тора-бара, һимеҙҙәр күбәйгәстер инде, был проблемаға әйләнгән. Гиппократ үҙе үк һимеҙ кешенең ғүмере ҡыҫҡа булыуын билдәләгән. Әҙерәк ашап, күберәк хәрәкәтләнергә ҡушҡан.
Ашарға яратҡас ни…
Бөгөн артыҡ ауырлыҡтың төп сәбәбен күп ашауҙан күрәләр. Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа һимерә. Күп ашарға ғәҙәтләнһәң, был баш мейеһендәге “аппетит үҙәге”нең эшен боҙа, күпме ашаһаң да туймаған кеүек тойола башлай. Артыҡ ризыҡ организмда май булып йыйылып ята.
Беҙҙең замандың тағы бер проблемаһы – стресс та күп ашауға булышлыҡ итә бит. Тулҡынланыуҙы, ҡайғырыу йә шатланыуҙы ла ашау менән “баҫалар”. Әлеге тойғо-кисерештәр баш мейеһендәге билдәле бер урындың һиҙгерлеген кәметә лә, үҙең дә белмәҫтән күберәк ашай башлайһың. Ниңәлер беҙҙең быуат кешеләренең нервылары насар. Әҙ генә борсолһа ла, әҙ генә ҡыуанһа ла, килешмәй.
Етмәһә, күптәр иркенләп ултырып ашамай, ә тиҙ-тиҙ генә ҡапҡыларға күнеккән. Был шул тиклем эшлеклелек касафатымы, башҡа нәмәме, бигерәк тә төшкө ашты арлы-бирле, аяҡ өҫтө тигәндәй “үткәреп” ебәрәләр. Ҡала халҡы айырыуса. Кисен иһә, эштән ҡайтҡанда, “бүре башы ашарлыҡ” булалар ҙа, әйҙә, төнгәсә тотоналар ашарға. Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең башын “Макдоналдс”, “KFC” кеүектәр бутай. Компьютер алдында ғына ашап-эсеп ултырыусы йәштәрҙең организмы сәләмәт тип уйлайһығыҙмы?
Әйткәндәй, киләсәктә һаңғырау, арҡаһы бөкрө, насар күреүсе, телмәре үҫешмәгән йә һаҡау быуын үҫеп етһә, аптырарлыҡ түгел, сөнки бөгөн үҫмерҙәр көнөн компьютерға тексәйеп үткәрә. Ҡолаҡтарында – “ҡолаҡсын микрофон” (наушник). Дуҫтары менән дә күп ваҡыт виртуаль донъяла аралаша. Бер көләмәс тә бар. Интернетҡа аҡса түләнмәгән. Үҫмер өсөн трагедия. Һәм ул бүлмәһенән килеп сыға. Аҙаҡтан дуҫтарына яҙа: “Интернет булмағас, өйҙәгеләр янына сыҡтым. Былай яҡшы ғына кешеләр, хатта һөйләшергә лә мөмкин…”
Беҙҙең организм төрлө-төрлө. Шуға ла һимеҙлектең теүәл бер төрлө генә сәбәбе юҡ. Артыҡ ауырлыҡ һәр кемгә үҙенсә янай. Сәбәптәр рәтендә матдәләр алмашыныуы боҙолоу, шәкәр диабеты, гормональ тайпылыш бар.
Йәмғиәт ғәйепле?!
Артыҡ ауырлыҡ проблема булмаҫ ине, әгәр уның эҙемтәләре булмаһа. Ә эҙемтәләр бар. Хәүеф – йәш быуындың ауыр сирҙәргә юлығыуында. Шәкәр диабеты, артериаль гипертония, атеросклероз, үт ҡыуығында таштар барлыҡҡа килеү, остеохондроз кеүек ауырыуҙарҙы әйтәм. Бер ваҡыт 30 йәшлек әхирәтемдең, беҙ ҡарттар ауырыуҙары менән ауырыйбыҙ ҙа ул, тип әйтеп ултырыуы буштан ғына түгел инде. Һуңғы йылдарҙа сирҙәрҙең күбеһе “йәшәрҙе” шул. Быға йәмғиәт тә ғәйепле, ти ҡайһы берәүҙәр. Замандың юғары технологиялары кешене әҙ хәрәкәтләндерә, етмәһә, халыҡҡа юғары калориялы ризыҡ күпләп тәҡдим ителә. Әйтерһең, йәмғиәт кешенең ауыҙына аҙыҡ-түлекте көсләп тултыра ла, машинала ғына йөрөтә?! Кешенең үҙенең аҡылы ҡайҙа булды? Ниңә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белгестәре, физик хеҙмәт етмәй, тип саң ҡаға? Хәҙер беҙгә бөтә автоматлаштырылған системаларҙы ҡалдырып, яңынан ҡул көсөнә күсергәме ни инде? Йә компьютерҙарҙы келәткә бикләргәме? Диета тоторғамы? Социаль проблемаға әүерелгән һимеҙлектән башҡаса нисек ҡотолорға була? Берәй мәсьәләне тикшерә башлаһаң, һорауҙар күбәйә лә китә. Һимеҙҙәргә рәхәт түгел шул. Ауа-түнә атлап барғандарын күрһәң дә ҡыйын булып китә. Йәмәғәт транспортында саҡ һыйып йөрөйҙәр, ә инде унда кондуктор булып эшләүсе бер нисә һимеҙ ҡатынды ла күргән бар. Билетты үҙегеҙ килеп алығыҙ, тип кенә ебәрәләр. Юҡһа, бөтәгеҙҙе лә этә-төртә, янығыҙға үҙем киләм, тип “ҡурҡыталар”. Күп кеше тиргә батҡан йыуан ҡатындың эргәһенә килеүенән шөрләй ҙә, үҙҙәре барып билет ала.
Йәмғиәт әлегә һимеҙлекте улай уҡ ҙур проблема тип ҡарамай, ахыры. Иҫкәртеү сараларын булдырыу йә булғандарын ғәмәлгә ашырыу ҙа яҡын киләсәктә әлеге һүлпәнлегенән айырылмаҫ. Йәмғиәт һимеҙлекте һаман кешенең шәхси проблемаһы тип күрә. Тимәк, таптыҡ ғәйеплене. Ул – йәмғиәт.
Теге яғымда ла һимеҙ, был яғымда ла…
АҠШ йыуандар иҫәбе буйынса беренсе урында тора. Халыҡтың 30 проценттан ашыуы һимеҙ. Һимереүҙәренә уларҙың “милли ризығы” – фаст фуд – булышлыҡ итә. Үҙҙәре тиҙ әҙерләнә торған ризыҡ (бутерброд) эшләргә өйрәнделәр ҙә, бына хәҙер йонсойҙар.
Икенсе урында – Европа дәүләттәре. Был исемлеккә тәү сиратта Бөйөк Британияны, Венгрия, Румыния, Греция, Албанияны индерергә кәрәк. Кипр, Мальта, Чехия, Финляндия, Германия, Словакия ла һимеҙҙәре менән айырылып тора икән.
Рәсәйҙә иһә артыҡ ауырлыҡтан һәр дүртенсе кеше йонсой. Рәсми статистиканың шундай үҙенсәлеге лә бар: ул ысынбарлыҡты кәметеп күрһәтә, йәғни, халыҡ күҙәтеүенсә, бик күп нәмә рәсми мәғлүмәттәргә теге йәки был сәбәп менән инмәй йә индерелмәй.
Ҡытайҙа күберәк балалар һимерә. Быны һиҙеп ҡалыу менән унда бер-бер артлы фитнес клубтары, тренажер залдары асылған, ти. Һимеҙ балалар өсөн бөтә ил буйынса махсус хәрби лагерҙар ҙа ойошторолған.
Аргентина, Чили, Перу кеүек илдәрҙә лә үҫеп килгән быуындың йыуаная барыуы күҙәтелә. Хәҙер Бразилияла ла ауыр кәүҙәлеләр йыш осрай башлаған.
Беҙҙә йыш ҡына, бала тулы булырға тейеш, ул бит үҫә, тиҙәр. Бында тулылыҡтың самаһы билдәләнмәй. Йәнәһе, бала үҫкәс, тәне нормаль торош аласаҡ, тип ышаналар. Әле беҙҙә йәштәрҙең һимереүе яңы, шуға проблемаға етди ҡараш ныҡ түгел, ә бына Америкала саң ҡағалар. Хатта бер нисә ҡала мәктәптәрендә ата-әсәләргә “кәүҙә ауырлығы табеле” ебәрелә икән.
Артыҡ ауырлыҡты сир тип ҡарағанда, уны дауалау ҡәнәғәтләнерлек түгел. Кешеләрҙе бигерәк тә ярым ас хәлдәге диета ҡурҡыта. Күбеһе, йәшәр өсөн ашайым, тип түгел, ә ашар өсөн йәшәйем, тип көн иткән кеүек. Дауаланыу оҙаҡҡа һуҙылырға мөмкин. Иң мөһиме, түҙергә. Һимеҙлек – сир. Теүәлерәге, сирҙәр йыйылмаһы. Белгестәр юҡҡа ғына, һимеҙҙәрҙең ғүмере ҡыҫҡа була, тимәйҙер. Кеше үҙенең сәләмәтлек торошона битараф булырға тейеш түгелдер. Был тәңгәлдә табиптарҙың да булышлығы кәрәк.
Фекер
Джоэл РЭЙ, Торонто ғалимы (Канада):
– Һимеҙлек проблемаһы артыҡ “күпертелә”. Беҙҙең тикшеренеүҙәр буйынса, һимеҙ кешеләр ябыҡтарға ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй. Тимәк, ябыҡлыҡ ул – ҙур проблема. Кәүҙә ауырлығы индексы менән үлем осрағы араһындағы бәйләнеш тураһында 50-ләп ғилми эште тикшергәндән һуң шундай һығымта яһаныҡ: индекс күрһәткестәре түбән (тән массаһы ла түбән) булған һайын, үлем осрағы йышыраҡ теркәлгән. Был йәһәттән һаҡ булырға кәрәк. Һимеҙлек менән көрәшәбеҙ тип, ябыҡлыҡ проблемаһын тыуҙырыуҙары ихтимал.
һандар һәм факттар
- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ер йөҙөндә 1,7 миллиардтан ашыу кеше артыҡ ауырлыҡтан йонсой.
- Европаның үҫешкән илдәрендәге халыҡтың 15 – 25 проценты һимеҙ (күрһәткес өлкәндәргә ҡағыла).
- Һуңғы ваҡытта донъяла һимеҙ балалар һәм үҫмерҙәр арта. Бай илдәрҙә уларҙың һаны 25 процентҡа етә икән.
- Алты йәшлек сағында һимеҙ булған балаларҙың 50 проценты өлкәнәйгәс тә артыҡ ауырлыҡтан ыҙаланасаҡ.
- Ир-атҡа ҡарағанда ҡатын-ҡыҙ һимеҙлеккә тиҙерәк бирешә. Был организм үҙенсәлегенә бәйле.
- Эпидемиологтар фараз итеүенсә, 2025 йылға ирҙәрҙең – 40, ҡатын-ҡыҙҙарҙың 50 проценты һимеҙлектән яфаланасаҡ.
- Боронғо Римдә йыуандарҙан штраф түләткәндәр.
- Мөғжизә булып, ҡапыл кешеләр һимереүҙән туҡтаһа, ғүмер оҙонлоғо 5 – 10 йылға артыр ине.
- Рәсәйҙә айырыуса Себер федераль округы халҡы артыҡ ауырлыҡта. Омск, Новосибирск, Кемерово, Иркутск өлкәләре, Алтай, Байкал аръяғы крайҙары кешеләре шул иҫәптә. Уларҙан Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы ла ҡалышмаҫҡа уйлай.