RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бал, күбекмай, ыумас, талҡан ашарға кәрәк

17.05.2014 Бал, күбекмай, ыумас, талҡан ашарға кәрәк

Бал, күбекмай,  ыумас, талҡан ашарға кәрәк«Һаулығым – байлығым» тигән әйтем бар халыҡта. Ысынлап та, был һүҙҙәр бик хаҡ әйтелгән. Хәҙерге тәбиғәт шарттары бик ныҡ бысранған, төрлө ҡурҡыныс ауырыуҙар йышайған осорҙа кешегә сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыуы еңелдән түгел.
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға элек-электән иғтибар ҙур. Ирешелгән ҡаҙаныштар федераль үҙәк тарафынан да башҡа төбәктәргә өлгө итеп, маҡтап телгә алына. Республикабыҙҙың медицина уҡыу йорттары юғары квалификациялы белгестәр сығара, дауаханалар яңы технологиялар менән тәьмин ителә. Шулай ҙа кешенең һаулығы күп осраҡта үҙенән тора. Халыҡ араһында сәләмәтлекте һаҡлап ҡалыуҙың ниндәй кимәлдә тороуын белеү өсөн ошо өлкәлә эшләгән бер нисә кеше менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Гүзәлиә БИКБАЕВА, табип-педиатр:
– Медицина хәҙерге ваҡытта яҡшы кимәлдә, тип әйтергә мөмкин. Ул төрлө тармаҡтарҙа үҫешә, яңы технологиялар ҡулланыла. Шулай ҙа етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләргә кәрәк әле. Әлбиттә, табиптар иңендә бик ҙур яуаплылыҡ ята. Әммә ауырыуҙарға ла шуны әйткем килә – һуңғы сиккә еткәнсе йөрөмәһендәр ине. Шулай уҡ табип кәңәшенән тыш үҙ-үҙҙәрен дауалау осраҡтары булмаһын. Иммунитетты күтәреү өсөн сынығырға, профилактик прививкаларҙы ваҡытында эшләтергә, төрлө витаминдар ҡабул итергә һәм спорт менән дуҫ булырға кәңәш итәм.

Алина ҠОТЛОҒОЛОВА, студент:
– Элек спорт тормошомда ҙур роль уйнаманы, хатта уның менән бөтөнләй шөғөлләнмәнем тиһәм дә, хата булмаҫ. Әммә һуңғы осорҙа үҙемдә төрлө үҙгәрештәр һиҙә башланым: хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, һәр ваҡыт йоҡо килеүе һ.б. Табип менән кәңәшләшкәс, ул миңә спорт менән шөғөлләнергә ҡушты. тренажер залына барырға ҡарар иттем. Бер тапҡыр барғандан һуң шул тиклем оҡшаны һәм хәҙер үҙемде бик яҡшы тоям. Спорт тормошомда иң мөһим ролдәрҙең береһен уйнай башланы.

Ибраһим РӘХМӘТУЛЛИН, умартасы:
– Балдың һаулыҡҡа ни тиклем файҙалы булыуы элек-электән билдәле. Мин дә бер нисә йыл элек бал ҡоттары үрсетә башланым һәм файҙаһын күреп тә өлгөрҙөм инде. Бал үҙе генә мең төрлө сирҙән дауа, һыуыҡ тейгәндә һөт менән ҡайнатып эсһәң, төрлө дарыуҙарың ары торһон. Шулай уҡ кәрәҙле бал, инә ҡорт һөтө, прополис бик файҙалы. Хатта бал ҡортоноң сағыуы ла быуындар һыҙлағанда ярҙам итә, ауырыу ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Киләсәктә лә был шөғөлөмдө ташламаҫҡа уйлайым. Беренсенән, килем килә, икенсенән, сәләмәтлеккә лә бик файҙалы.

Фәриҙә РӘХМӘТУЛЛИНА, ағинәй:
– Кешенең дөрөҫ туҡланыуы уның һаулығына ҙур йоғонто яһай. Хәҙер магазиндарға килгән төрлө ярым-фабрикаттар сәләмәтлеккә бик зарарлы. Ә ата-бабаларыбыҙ тик үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек менән генә туҡланған, шуға ла һау-сәләмәт булған. Мәҫәлән, күбекмайҙы (ҡаймаҡҡа ҡатыҡ ҡушып туҡылған май) ашҡаҙаны ауыртҡан, ашауҙан яҙған кешегә ашатыу файҙалы. Йәш балаға, аҡ май ауыр була тип, күбекмай ашатҡандар. Уның май айында эшләнгәне бигерәк тә файҙалы. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә шулай уҡ ыумас эсергә, талҡан ашарға тәҡдим иткәндәр. Ыумасты ҡоротлап эсеү айырыуса файҙалы. Аш-һыу менән дауаланыу иң дөрөҫө, минеңсә. Сөнки төрлө сиргә ҡаршы сынығыу ҙа аҙаҡтан файҙалы матдәләр алыу юлы менән бара.
Эйе, сәләмәтлекте нығытыуҙың юлдары төрлөсә, һәр кем үҙенә тап килгәнен һайлай: кемдер табипҡа мөрәжәғәт итә, кемдер халыҡ медицинаһын өҫтөн күрә, кемдер спортты үҙ итә. Нисек кенә булмаһын, һаулыҡ – төп байлыҡ һәм уны һаҡларға кәрәк.

Гөлнара РӘХМӘТУЛЛИНА,
БДУ-ның Сибай институты студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…