RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ!

25.04.2014 Күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ!

Күҙ ҡараһылай  һаҡлағыҙ!Раян Рәфҡәт улы Баймаҡ районының беренсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылындағы мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡыр­ға инә. Уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған егетте Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ҡалдыралар. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған тырыш егет тиҙ арала пациенттарының да, хеҙмәттәштәренең дә ихтирамын яулай. Әле күптән түгел ярты йыл Вьетнамда стажировка үтеп ҡайтты.

Беҙҙең организмда иң ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта иң нескә органдар­ҙың береһе ул күҙ. Донъя йәмен, тәбиғәт матурлығын, төҫтәр сағыу­лығын, кеше йөҙҙәрен күреү бәхетен бүләк итеүсе үҙе бер мөғжизә. Тик бының ҡәҙерен беләбеҙме? Ғөмүмән, күҙҙәрҙе нисек һаҡлар­ға? Медицина фәндәре кандидаты Раян ХИСМӘТУЛЛИН менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

– Раян, ни өсөн һеҙҙе Вьетнамға ебәрҙеләр?
– Халыҡ-ара Рәсәй – Вьетнам күҙ ауырыуҙары клиникаһы менән Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, беҙҙең институттан ярты йыл һайын өс табип Вьетнамға барып, эшләп ҡайта. Ярҙам күрһәтеү маҡсатында биш йылға төҙөлгән был килешеү, тағы өс йылы ҡалды. Нигеҙҙә, беҙ Вьетнамдың баш ҡалаһы Ханойҙа урынлашҡан клиникала эшләнек, әммә баш ҡаланан ситтә ятҡан ҡалаларға ла сығып, ауырыуҙарҙы ҡараныҡ һәм операцияға һайлап алдыҡ.
– Сит ил, ундағы тормош һәм эш ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
– Тик ыңғай ғына. Бик оҡшаны. Беренсе тапҡыр сит илгә сыҡтым, тәүгә диңгеҙҙе күрҙем. Вьетнам­дың баш ҡалаһы Ханой үҙенең музейҙары, тарихи урындары менән хәтерҙә ҡалды. Беҙҙең клиника яңы Ханойҙа урынлашҡан, ә ҡаланың ул яғы заманса итеп төҙөлгән, ҡатлы-ҡатлы йорттары, үҙенсәлекле архитектураһы менән бик матур. Юлдары ла яҡшы. Халҡы ихлас, мөләйем, изге күңелле, Рәсәйҙән килеүселәргә мөнәсәбәттәре бик яҡшы.
– Вьетнамдағы тормош, йәшәү шарттары беҙҙекенән нимәһе менән айырыла?
– Вьетнамда йәшәү арзан. Беҙҙең аҡса менән уртаса эш хаҡы 3 мең һум, әммә ошо аҡсаға ла рәхәтләнеп йәшәргә мөмкин. Сөнки ашамлыҡтар ҙа, йәшелсә-емештәр ҙә осһоҙ. Әйткәндәй, емештәрҙең ниндәйе генә юҡ, беҙ ғүмерҙә белмәгән-күрмәгәндәре лә бик күп.
– Медицина нисек, үҫешкәнме?
– Кимәле яғынан беҙҙең илдән ҡалышмай, тип әйтергә мөмкин. Тик, халыҡ күп булғанлыҡтан, клиникалар­ҙа сират ҙур. Бәләкәй генә илдә 90 миллиондан ашыу кеше йәшәй, ә Ханойҙа – 7 миллиондан ашыу. Шуға күрә табиптар барлыҡ пациенттарҙы ҡабул итеп өлгөрә алмай. Хирургтарға ла эш күп, хатта ҡайһы бер еңел операцияларҙы һәм киҫемдәрҙе шәфҡәт туташтары башҡарырға мәжбүр. Беҙгә бер аҙ сәйер тойолһа ла, унда шулай ҡабул ителгән. Тағы бер үҙенсәлеге – медицина тулыһынса түләүле. Рәсәйҙең бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүгә, белем биреүгә мөмкинлеге булһа, минеңсә, яңы үҫешеп килгән Вьетнамда бындай мөмкинлек юҡ.
– Медицина хеҙмәтләндереүенә хаҡтар нисегерәк билдәләнә һуң?
– Түләү ныҡ ҡиммәт тип әйтеп булмай, айырыуса дәүләт ҡарамағындағы клиникаларҙа. Шәхси клиникаларҙағы хаҡтар, әлбиттә, ике-өс тапҡырға ҙурыраҡ. Мәҫәлән, дәүләт ҡарамағындағы клиникала ауырыуҙы ҡабул итеү 100 һум булһа, шәхси клиникала 300 – 400 һум тора.
– Эш көнө күпме дауам итә?
– Беҙ иртәнге 9-сы яртынан киске 6-сы яртыға тиклем эшләнек. Аҙнаһына бер тапҡыр – шаршамбы көнө ял иттек.
– Ә ни өсөн аҙна уртаһында ял?
– Был күберәк килем алыу маҡсатында шулай эшләнә, сөнки аҙна уртаһында халыҡ эшләй, ә ял көнө клиникаға килергә ваҡыты бар. Ысынлап та, ял көнөндә мөрәжәғәт итеүселәр башҡа көндәргә ҡарағанда күберәк.
– Сит ил клиникаһындағы эшегеҙ бындағынан нимәһе менән айырылды? Эш тәжрибәгеҙҙе байыта алдығыҙмы?
– Нигеҙҙә, айырма юҡ, тип әйтергә мөмкин. Шул уҡ операциялар. Әммә бында бүлектә үҙемдең аныҡ ҡына эшемде башҡарһам, унда ауырыуҙарҙы ҡабул итеп ултырырға ла тура килде. Көндөң тәүге яртыһы ҡабул итеү бүлмәһендә ауырыу­ҙарҙы ҡарап, дауалау тәғәйенләү булһа, икенсе яртыһы операциялар менән үтте. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү буйынса практика файҙаға булғандыр, тип уйлайым.
– Был ил халҡына күберәк ниндәй күҙ ауырыуҙары хас?
– Вьетнамда машиналар бик һирәк, бар халыҡ тиерлек мотобайкта йөрөй. Шуға күрә йыш ҡына күҙҙәре елһенеп мөрәжәғәт итәләр. Мотоциклда күҙлек кейеп йөрөргә кәрәк, күптәр быны мөһим тип һанамай, һөҙөмтәлә күҙгә инфекция эләгә, һыуыҡ елдән ул тағы ла нығыраҡ аҙа башлай. Уртаса алғанда, көнөнә 30 ауырыуҙы ҡабул итһәң, шуларҙың 20-һе конъюнктивит менән килә.
– Ауырыуҙар менән ниндәй телдә аралаштығыҙ?
– Ҡабул итеү бүлмәһендә яныбыҙҙа гел тәржемәсе ултырҙы. Уның аша һорауҙар биреп, дауалау буйынса тәҡдимдәребеҙҙе еткер­ҙек. Ә инде операция ваҡытында тәржемәсенең әллә ни кәрәге юҡ. Шәфҡәт туташтары, табиптар русса әҙме-күпме аңлай, сөнки беҙгә тиклем Мәскәү табиптары менән биш йыл эшләгәндәр.
– Һуңғы ваҡытта күптәр күҙлеккә ҡарағанда линзаларға өҫтөнлөк бирә. Линзаларҙың күҙгә зыяны юҡмы? Уларҙы оҙаҡ ваҡыт кейергә яраймы?
– Күҙлек менән сағыштырғанда, линзалар, әлбиттә, уңайлыраҡ. Бер ябай ғына миҫал, күҙлек ҡыш көнө һыуыҡта урамдан инһәң, шунда уҡ боҫлана башлай. Икенсенән, күҙлек менән күреү мөмкинлеге тарая, сөнки ул кешенең алдындағы әйбер­ҙәрҙе генә күрергә мөмкинлек бирә. Ә бит кешенең күҙ ҡырыйы менән дә күреү һәләте бар. Линзалар ярҙамында тирә-яҡты яҡшы күреп була. Линзаларҙың күҙгә зыяны юҡ, ғүмер буйы кейергә лә мөмкин. Тик бының өсөн улар дөрөҫ итеп һайлап алынырға һәм кейгән ваҡытта гигиена ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Беренсенән, линзаларҙың ҡулланыу ваҡыты бар: бер айлыҡ, өс айлыҡ йәиһә бер йыллыҡтары һ.б. Тимәк, ваҡыты сығыу менән яңыртырға кәрәк. Икенсенән, бысраҡ ҡулдар менән тоторға ярамай, сискәс, мотлаҡ махсус шыйыҡсаға һалып ҡуйырға кәрәк. Ғөмүмән, линзалар бөхтәлекте һәм ипле мөғәмәләне ярата.
– Йыш ҡына ҡара тишекле күҙлекте рекламалайҙар, йәнәһе лә, күрәшлектән дауалай.
– Ысынлап та, бындай күҙлекте кейгәндә алыҫтағы әйберҙәр асығыраҡ күренгән кеүек тойола. Әммә был ялған тойғо. Ул күреү һәләтен яҡшыртыу үҙенсәлегенә эйә түгел. Барыһы ла пациенттың теләгенән тора, әгәр ҙә ул бындай күҙлек менән үҙен яҡшыраҡ тоя икән, кейеп йөрөргә мөмкин, күҙгә зыяны юҡ, шулай уҡ файҙаһы ла.
– Белеүебеҙсә, ололарҙың яҡындан күреү һәләте насарая. Ул яҡынса нисә йәштә башлана, кисектереп булмаймы?
– 40 йәште уҙған һәр кешегә, күҙ яҫмығында ҡаты йәҙрә хасил булыу сәбәпле, яҡындан күреү ҡыйынлаша. Медицина терминында беҙ уны пресбиопия тип атайбыҙ. Быны бер нисек тә кисектереп булмай, йәш үҙенсәлеге ул. 40 – 45 йәш араһында үҙен һиҙҙертә башлай. Күҙ тала, ауыртыу һымаҡ тойғо барлыҡҡа килә. Айырыуса яҡынға текәлеп эшләгән кешеләрҙә ныҡ һиҙелә. Иң беренсе алыҫтан яҡшы күргән кешенең яҡындан күреү һәләте түбәнәйә, сөнки ғүмер буйы уның эмметропияһы нолдә тора ла, плюс­ҡа күсә башлай. Ә кемдәр алыҫтан насарыраҡ күргән, әйтәйек, уларҙың күреү һәләте -1, -2 булған, ти, уларҙа пресбиопия һуңыраҡ, яйыраҡ үҫешә. Сөнки бер диоптрия ун йылға тиң. Шунлыҡтан улар 50 йәшкә тиклем яҡындан һәйбәт күрә әле. Ғөмүмән, пресбиопия 10 йылға бер диоптрияға тиклем үҫә, бөтәһе 3 диоптрияға етә лә үҫеүҙән туҡтай.
– Нимә эшләргә һуң? Күҙлек кейергәме?
– Иң яҡшыһы, тиҙерәк күҙлек кейә башларға кәрәк. Сөнки күҙҙе көсөргәндереп эшләтергә ярамай. Кемдер күҙлек кеймәҫкә тырышып йөрөй, әммә был дөрөҫ түгел.
– Белеүемсә, күрәшлекте операция менән дауалап була, ә пресбиопияны?
– Фән был мәсьәлә менән шөғөлләнә. Күҙ ауырыуының был төрө өйрәнелә, уны дауалау методтары уйланыла. Беҙҙең институтта ла эш алып барыла, әммә әлегә аныҡ ҡына һөҙөмтәләр юҡ.
– Күрәшлектән барыһына ла операция яһатырға мөмкинме, әллә ниндәйҙер сикләүҙәр бармы?
– Минус1,5-кә тиклем операция яһатыу кәрәкмәй. -1 – -1,5 икән, алда әйтеп үткәнемсә, ыңғай яғы ла бар, 50 йәшкә тиклем яҡындан да яҡшы күрәсәкһегеҙ әле. Күҙ­ҙәрегеҙҙең үткерлеге -2 – -2,5 булһа, яһатырға мөмкин. Бындай операция түләүле, шуға күрә барыһы ла пациенттың теләгенән тора.
– Күҙ томаланыуы нимәнән булыуы ихтимал?
– Уның сәбәбе күҙҙә генә булмауы ла мөмкин. Мәҫәлән, кеше аңын юғалтһа ла, ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп йәиһә төшөп китһә лә, күҙ томалана. Организмдың торошонан, дөйөм хәлһеҙлектән дә булыуы ихтимал.
– Ниндәй күҙ ауырыуҙары тома һуҡырлыҡҡа килтерә?
– Иң хәүефлеһе – глаукома, йәғни күҙ баҫымының күтәрелеүе. Ғә­ҙәттә, ололарҙа күҙәтелә. Күҙҙәрҙе һуҡырайыуҙан һаҡлап ҡалыу өсөн ваҡытында дауалау мөһим. Бының өсөн махсус дарыу­ҙар тамыҙыу ҙа етә. Файҙаһы булмаһа, операцияға ебәрәләр. Шуға күрә ололарға, күҙҙәре насарая башлағас та, та­бип­ҡа күренеп, сәбәбен асыҡларға һәм кәрәк икән, тиҙерәк операция эшләтергә кәрәк. Юғиһә ауыл кешеһе һуҙып йөрөй-йөрөй ҙә, аҙаҡ һуң була. Күҙ нервыһы ҡорой һәм операция эшләүҙең файҙаһы булмаҫҡа мөмкин.
– Ә ҡара ҡылауҙы (катаракта) дауалап буламы?
– Була. Унда һуңға ҡалыу ҡурҡынысы юҡ. Ғәҙәттә, ололар ике-өс йыл күрмәй йөрөй ҙә, беҙгә килгәс, операциянан һуң күреп, ҡыуанып ҡайтып китәләр.
– Күҙҙең селтәрле ҡабығының ҡубыуы нимәһе менән хәүефле? Ул нимәнән була?
– Кемдә күрәшлек көслө, күҙҙәрен көс төшөүҙән һаҡларға кәрәк. Юҡҡа ғына бит күҙҙәре насар күргән ҡатындарға бала табырға ҡушмайҙар, ә операция тәҡдим итәләр. Көсәнгәндә йәиһә ауыр күтәргәндә күҙҙең селтәрле ҡабығы ҡубыуы ихтимал, был иһә һуҡырайыуға килтерә. Шулай уҡ ваҡытынан алда тыуған балаларға, күҙҙең эске ҡатламы үҫешеп етмәү сәбәпле, шундай уҡ хәүеф янай. Уларҙы, ғәҙәттә, тыуғас та лазер бүлегенә ебәреп, дауалау курсы үткәрәләр.
– Компьютерҙың күҙгә зыяны тураһында күп һөйләйбеҙ, әммә компьютерһыҙ ҙа йәшәй алмайбыҙ…
– Зыянлы, әлбиттә. Компьютер артында оҙаҡ ултырып эшләгәндә күҙ ҡыҙара, йәшкәҙәй йәиһә кибә башлай. Норма буйынса бала компьютер артында көнөнә ярты сәғәттән дә артыҡ ултырырға тейеш түгел. Эшең компьютер менән бәйле булғанда, ваҡыты-ваҡыты менән күҙҙәрҙе ял иттереп алыу мөһим. Компьютерҙың күҙгә ни тиклем зыянлы икәнен хатта аныҡ ҡына билдәләй ҙә алмайбыҙҙыр. Бәлки, хәҙерге компьютер заманы балалары үҫеп еткәс кенә уның эҙемтәләре тулыһынса асыҡланыр.
– Күҙҙе һаҡлар өсөн тағы ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Иң беренсе күҙгә көс төшөрмәҫкә, йәғни оҙаҡ яҡынға текәлеп ултырыу ҙа көсөргәнеш бирергә мөмкин. Күптәр һөнәре буйынса шулай ултырырға мәжбүр. Был осраҡта күҙҙәргә гимнастика эшләп алыу ярҙам итә. Шулай уҡ төнгөлөккә махсус дарыу тамыҙып ятһаң, күҙ ҡараһы, күҙ мускулдары йомшара. Шулай уҡ инфекция эләгеүҙән, осло әйберҙәрҙән, көслө һелкенеүҙән һаҡларға кәрәк. Ғөмүмән, күҙ – бик нескә орган, мөмкин тиклем һаҡ булыуҙы талап итә. Юҡҡа ғына, күҙ ҡараһы кеүек һаҡлағыҙ, тип әйтмәйҙәр бит.
– Күҙҙең йәрәхәтләнеү осраҡтары йыш күҙәтеләме? Сәбәбе нимәлә?
– Бар, әлбиттә. Балалар, шаярып, яңылыш ҡына ручка менән дә, осло ҡәләм менән дә төртәләр. Шампан шарабының бөкөһө менән йәрәхәтләнеүселәр күп. Йыл һайын Яңы йыл төнөндә бер-ике кеше менән мотлаҡ шундай хәл була. Күҙгә ҡан һауа, ә инде туп-тура эләкһә, күҙ ҡабығы ҡубыуы ла мөмкин. Уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүен әйтеп үттек. Төрлө хәлдәр була, күҙ алмаһы һытылған осраҡтар ҙа бар.
– Күҙҙә ҡара нөктәләр, таптар күренеүен нисек аңлатырһығыҙ?
– Ҡан баҫымы күтәрелһә, күҙ алмаһы ҡыуышлығындағы күҙ яҫмығы артындағы үтә күренмәле массаға ҡан һауа. Ваҡыт үтеү менән уның үҙенән-үҙе бөтөүе мөмкин.
– Тәүге операцияғыҙ хәтерегеҙҙәме? Ҡурҡыу тойғоһо булдымы?
– Иҫемдә, Балтас районынан бер оло ғына апайҙың күҙ яҫмығына операция ине. Операцияны тулы­һынса үҙем эшләнем. Бик уңышлы үтте, тағы ла нығыраҡ ҡанатланып киттем. Ҡурҡыуын-ҡурҡманым, сөнки беҙҙе операцияға бик оҙаҡ әҙерләйҙәр. Тәүҙә микроскоп аша ҡулыңды табырға өйрәнеү өсөн ябай медицина бирсәткәләрен тегеп күнекмәләр үткәрәһең. Артабан операцияның иң еңел этабын башҡараһың. Тотош операцияны үҙеңә генә ышанып тапшырғансы, һәр этапты бер-бер артлы үтәһең.
– Ә ни өсөн күҙ табибы булырға ҡарар иттегеҙ?
– Беҙҙең нәҫелдә табиптар юҡ, шуға күрә әсәйем бәләкәйҙән үк, врач булырһың, ти торғайны. Уның әйткәне һөнәр һайлағанда хәл иткес роль уйнаны. Мотлаҡ күҙ табибы булырмын тип тә уйламағайным, шулай килеп сыҡты. Әммә эшемде бик яратам.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
әңгәмәләште
.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…