28.03.2014 Эске һиҙемләүегеҙ көслөмө?
Һәр ыңғай яуап өсөн үҙегеҙгә берәр балл ҡуйығыҙ.
1. Һеҙ ҡатын-ҡыҙ енесенәнме?
2. Яҡындарығыҙҙың бәләгә осрауын йәиһә ауырып китеүен алыҫтан һиҙәгеҙме?
3. Тәү ҡараштан уҡ кешенең һеҙҙең ышанысығыҙ менән файҙаланырға теләүен билдәләй алаһығыҙмы?
4. Кеше үҙе әйткәнгә тиклем уны үпкәләтеүегеҙҙе һиҙемләйһегеҙме?
5. Төштә күргәндәрегеҙ йыш тормошҡа ашамы?
6. Дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итеүсе иҫкәртеүҙәрҙе алдан һиҙәһегеҙме?
7. Әгәр ҙә юлда ниндәйҙер бәләгә осрарығыҙҙы һиҙемләһәгеҙ, өйҙә генә тораһығыҙмы?
8. Ниндәйҙер күңелһеҙлек булыр алдынан юҡтан ғына кәйефегеҙ төшкәне бармы?
9. Йыш ҡына үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән, эске тауышҡа эйәреп, кешеләрҙе аптыратырлыҡ сәйер эштәр башҡараһығыҙмы?
10. Таныш булмаған урында кемдеңдер ярҙамынан тыш юлды тиҙ генә таба алаһығыҙмы?
11. Һеҙҙең өсөн әңгәмәсегеҙҙең телмәренең йөкмәткеһенә ҡарағанда интонацияһы мөһимерәкме?
12. Кемделер иҫләп ултырғандан һуң уның юлығыҙға осрағаны бармы?
13. Әңгәмәсегеҙҙең алдашыуын мимикаһынан һәм йөҙөнән ҡарап асыҡларға һәләтлеһегеҙме?
14. Фильмдың аҙағына тиклем ваҡиғаларҙың нимә менән бөтөрөн билдәләй алаһығыҙмы?
15. Башҡаларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалмайынса, гел генә үҙегеҙсә ҡарар ҡабул итәһегеҙме?
16. Таныш булмаған кешегә ҡарап, уның кем булыуын, ҡайҙа эшләүен, ҡайҙа йәшәүен яҡынса әйтә алаһығыҙмы?
17. Һеҙ таныштырған парҙар, ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәп алып киткәне бармы?
18. Кешенең тыуған көнөн белмәйенсә, ниндәй йондоҙнамәгә ҡарағанын дөрөҫ әйтә алғанығыҙ булдымы?
19. Кемдеңдер һеҙҙе оҡшатмауын һиҙәһегеҙме?
20. Балағыҙҙың ҡыҙмы, малаймы икәнен алдан уҡ белдегеҙме?
Балдарығыҙҙы иҫәпләп, эске һиҙемләүегеҙҙең ни тиклем үҫешкән булыуын асыҡлай алырһығыҙ.
5 балға тиклем. Һеҙ, оло кешенең ҡылыҡтары тик логикаға ғына нигеҙләнергә тейеш, тигән фекерҙәһегеҙ. Хис-тойғоларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә ышанып бармайһығыҙ. Һеҙҙеңсә, барыһы ла факттарға ғына нигеҙләнергә тейеш.
6 – 10 балл. Бик һирәк булһа ла, эске тауышығыҙға ҡолап һалып ҡуяһығыҙ. Әммә уның иҫкәртеүҙәре йыш ҡына хата була. Шуға күрә интуицияға ышанмай, ваҡиғаға ентекле анализ биргәндән һуң ғына дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә тырышаһығыҙ.
11 – 15 балл. Интуицияғыҙ һеҙгә йыш ҡына дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә. Әгәр ҙә уға ныҡлыраҡ иғтибар бирһәгеҙ, теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә һәйбәт кенә кәңәштәр алырһығыҙ. Айырыуса был әсәлек хисе көслө булған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла.
16 балдан юғары. Интуицияғыҙға күптәр көнләшә ала. Яҡын киләсәктәге ваҡиғаларҙы дөрөҫ күҙалларға һәләтлеһегеҙ. Был һеҙгә күп кенә күңелһеҙлектән ҡотолорға ярҙам итә.